Добавить в цитаты Настройки чтения

Страница 7 из 25



- Тек, тек, - тиме, - йөрәгеңдең

Яраларын.

Текһәң, бәлки, онотолор

Яфаларың.

- Бер туҡтауһыҙ кит, кит, - тиме, -

Алға табан.

Туҡтап ҡалһаң, ташлап китер

Һине заман.

- Миңә ҡара: йөрөмәһәм,

Кемгә кәрәк?

…Шул һүҙҙәрҙән өшөп китте

Минең йөрәк.

«Тек-тек, тек-тек, кит-кит, кит-кит»…

Бер туҡтамай йөрөп тора

Сәғәт теле.

24. 02. 2010 й.,Сибай.

Ваҡыт

Ваҡыт һанап арый сәғәт,

Иҫкерә, үлә.

Сәғәт туҡтаһа ла, Ваҡыт

Туҡтамай - елә.

Үлә дәүләттәр, милләттәр,

Диңгеҙҙәр кибә.

Ваҡыт – үлемһеҙ. Йөрәге

Тибә лә тибә.

Ваҡыт сикһеҙ, ә бүленә

Сикләп, һаналып.

Ниңә улай? Быны миңә

Ҡыйын аңлауы.

Ҡояш та мәңгелек түгел,

Ай ҙа, Ерем дә.

Һиңә лә, миңә лә ваҡыт

Үлсәп бирелгән…

Сәғәт уғына атланып,

Еләм дә еләм.

Бирелгән ваҡыт әҙәйә -

Уныһын беләм.

Ҡунаҡ хөрмәтле ваҡытлы

Китеүе менән.

Изгелектәрем йәшәһен

Күберәк минән.

25. 01. 2011 й., Сибай.

Иҫке йылдың һуңғы төнө

Иҫке йылдың һуңғы төнө

Ҡыҙыл, йәшел, аҡ төҫтә.

Ғүмерем ҡапҡаһына ул

Тағы бер мәрәй өҫтәй.

Мин – ҡапҡасы. Ул мәрәйҙе

Шатланып ҡабул итәм.

Ерҙе етәкләп йыл һайын

Ҡояшты урап үтәм.

Төнө буйы ерҙән күккә

Йондоҙҙар атылалар.

Ергә ҡабат ҡайтыр өсөн,

Нурҙарға ватылалар.

Ғүмерем - ҡараңғылыҡҡа

Атылған яҡты йондоҙ.

…Иҫке йылдың һуңғы төнө

Төн түгел – көпә-көндөҙ.

31.12. 2010 й., Сибай.

Яңы йыл теләге

Бөгөн миңә бөтә донъя

Яңынан тыуған кеүек.

Яңы йылдың тәүге көнө:

Тышта ҡар, әсе һыуыҡ.

Һыуыҡ булып, ап-аҡ булып

Тыуа икән Яңы йыл.

Һыуыҡ йылыны эҙләтә,

Аҡтан ағара күңел.

Тимәк, йылы, аҡ, пак күңел

Яңы йыл теләй беҙгә.

Ә ак күңел аҡ бәхеттәр

Килтерә үҙебеҙгә.

01. 01. 2011 й., Сибай.

Һабантуй

Иҫке йылдың һуңғы айы –

Өйөрҙөң иң ялҡау тайы.

Ваҡытты ул Яңы йылға

Тапшыра ла китә ялға.

Яңы йылдың тәүге айы –

Өйөрҙөң иң яҡшы тайы.

Алып килә киләсәктең

Өмөт тулы тәүге таңын.

Ваҡыттың был ике айы

Хәтерләтә һабантуйҙы.

Ялҡау тайҙы ҡалдырам да

Ерҙе урап сабып китәм,

Ауыҙлыҡлап иң шәп тайҙы.

01. 12. 20 11 й., Сибай.

Яңырыу

Йыл – йүгерек ел. Туҡтамай

Елә лә елә генә.

Алтмыш еләк һалып киткән

Ғүмерем силәгенә.

Еләктәрҙең төрлөһө бар -

Бере ҡыҙыл, бере аҡ.

Ҡыҙылдары телдә ирей,



Аҡтары тәмһеҙерәк.

Тәмлеһе лә, тәмһеҙе лә

Үҙемдең емештәрем,

Бөртөкләп кенә йыйылған

Алтыным, көмөштәрем.

Яңы йыл һайын яңырам,

Ғүмерем - йәшел баҡса,

Алтын, көмөштән ҡойолған

Иҫкермәй торған аҡса.

19. 12. 2010 й., Сибай

Таяҡ

Мин яратҡан ҡыҙҙар әбей хәҙер

Эйелгәндәр инде алъяҡҡа.

Осрашыуға улар һыбай килә

Бер тояҡлы атта – таяҡта.

Сәй эскәндә таяҡ тыныс ҡына

Тороп тора ишек төбөндә.

Ул әбейҙе һаҡлай. Рәхәтләнеп

Йөрөр ине лә ул тибендә…

Кәрәк саҡта ат та, аяҡ та ул,

Тоғро һаҡсы, иптәш, таяныс.

…Бәғзе әбейҙәрҙе ир-ат түгел,

Таяҡ яҡлай – шуныһы аяныс.

8. 01.2011 й., Сибай.

Хәтер

Күк күкрәне, ер һелкенде,

Ҡарт имән ауҙы.

Ҡап-ҡара ялбыр болоттар

Ҡапланы айҙы.

Бөтә нәмә хәтерләтте

Дәһшәтле яуҙы.

Бөгөн ергә пуля түгел,

Боҙлауыҡ яуҙы.

Яуҙың тамамланыуына

Күп булды хәҙер.

Ҡарт имәнде – ветеранды

Үлтерҙе хәтер.

11. 10. 2010 й., Сибай.

Йөк

Көндө төнгә ялғап-бәйләп

Үтә ғүмер.

Көндән төнгә кереп китте,

Ана, бер ир.

Төн дә үтте. Көн дә ҡайтты

Ҡабат ергә.

Тик уны күреү яҙмаған

Теге иргә.

Һәр кешегә килә бер саҡ

Мәңгелек төн.

Бушатабыҙ тап шул төндә

Тормош йөгөн.

Яҙмаһын йөкһөҙ үтергә

Ғүмер юлын.

Юл бит йөкмәлеп йөк ташый

Торған урын.

24. 08. 2011 й., Сибай.

Бағышлауҙар

Һәйкәл

Рәшит Назаровҡа

Һиңә һәйкәл эшләмәҫтәр,

Һәйкәл һиңә нимәгә!?

Үҙең үлһәң дә, йырҙарың,

Шиғырҙарың үлмәгән.

Мәрхүмдәр шикелле йәнһеҙ

Нимәгә һиңә таш һын.

Шиғырҙарың шығырҙатып,

Иретеп ҡуя ташты.

Шиғриәтең нурҙарында

Кешеләр ҡойоналар.

Һөйөүҙән һиңә күңелдә

Һәйкәлдәр ҡойолалар.

18. 10. 2011 й., Сибай.

Кумир

Уҡытыусым Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовҡа

Төҫ тиһәң төҫ, аҡыл, талант

Барыһы ла бар һиндә.

Башҡалар төштә күргәнде

Һин эшләй инең өндә.

Әкиәт түгел: тормошта

Күп башлы батыр инең.

Яҙыусы, ғалим. Етәксе

Йөгөн дә тартыр инең.

Емешкә бай, татлы, затлы

Баҡса булды ғүмерең.

…Күп һорауҙарға яуапты

Һинән алам, кумирым.

02. 12. 2011 й., Сибай.

АТАЙЫМДЫ ТАПТЫМ

(хикәйәләр)

«Рәхмәт!»

Cәлих Уразбай улы асыҡ дәрестең яҡшы үтеүенә һөйөнөп бөтә алманы. Ә бит ҡурҡып йөрөгәйне. Ундай дәресте район кимәлендә беренсе тапҡыр үткәрә. Биология уҡытыусылары өсөн. Араларында кемдәр генә юҡ! Уҡытыусы-методистар ҙа, «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында еңеүселәр ҙә, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдирҙәре лә, директорҙар ҙа бар.

Ә ул кем улар алдында? Институт бөтөрөп, саҡ өсөнсө йыл эшләп йөрөй. Студент сағында кафедра мөдиренән ишеткән «мәктәптә ун йыл эшләмәйенсә тәжрибә туплап булмай», тигән һүҙҙәрҙе һаман хәтерләй әле ул.

Аллаға шөкөр, бөтәһе лә һәйбәт килеп сыҡты.

- Үҙегеҙҙә әҙерәк йәшлек, тәжрибәһеҙлек һиҙелә, - тигәйне биология уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе дәресте баһалағанда. - Әммә уҡыусыларығыҙ шәп, әүҙемдәр, белемлеләр.

Cәлих Уразбай улы был һүҙҙәрҙе ҙур баһа итеп ҡабул итте. Уҡытыусының эш һөҙөмтәһе – уҡыусылар икәнен ул яҡшы аңлай. Ысынлап та, балалары һәйбәт уның. Беренсе синыфтан бергә уҡып бер туғанға әйләнеп бөткәндәр. Бер береһе өсөн үлә яҙып торалар. Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмайҙар. Уҡытыусылар ҙа ярата уларҙы. Синыф етәкселеген Cәлих Уразбай улына йөкмәткәс, ҡайһы бер уҡытыусыларҙың эстәре көйөп тә йөрөгәйне әле.