Добавить в цитаты Настройки чтения

Страница 6 из 25



Ҡояш бик ныҡ ҡыҙҙырҙы.

Хоҙай ҡамсы – нур менән

Тәнебеҙҙе һыҙҙырҙы.

Гонаһтар бит күбәйгән…

Алдайбыҙ, урлашабыҙ.

Яҙыҡ-боҙоҡ уй менән

Тултырылған башыбыҙ.

Хоҙай ҡулында эҫе –

Көслө яза ҡоралы.

Эҫе һыу, эҫе утта

Тороп һин ҡара әле!

Хоҙай иҫкәртә бөгөн:

Яуызлыҡ ҡылһаң, кеше,

Һине тамуҡта көтә

Мең градуслыҡ эҫе.

10. 10. 2010 й., Сибай.

Доға

Ҡарт мулла – хоҙай илсеһе

Уҡый ҙа уҡый доға.

Ваҡыт туҡтаған. Бар донъя

Тынып ҡалған, йоҡлаған.

Ғәләмде бишеккә һалып

Бәүетә генә мулла.

Доға тыңлаһам, яңынан

Мин тыуған кеүек булам.

Гонаһтарым, хаталарым

Юҡ була шул минутта.

…Мин бишектә йоҡлап ятам,

Кемдер ята тамуҡта.

06. 03. 2012 й., Сибай.

Аҡыллы ҡайындар

Ҡайындарҙы һағыш баҫҡан:

Һарғайған япраҡтары.

Артта ҡалған йәшеллеккә

Сорналған йәш саҡтары.

Ҡыштың килеүен ҡайындар

Бигерәк иртә тоя.

Көҙ буйына берәм-берәм

Япрағын ергә ҡоя.

Шәрә ҡала (аҙғын түгел)

Юғары аңлылыҡтан:

Күлдәген биреп йылыта

Ерҙе ҡышҡы һыуыҡта.

- Ерем булһа, - ти ҡайындар, -

Япраҡтар йәшәрерҙәр.

Тәнемдәге ҡышын алған

Яраны йәшерерҙәр.

18. 09. 2010 й., Сибай – Салауат

Ай менән Ҡояш

Ҡояш бөгөн иртә ҡалҡты,

Ай ҙа юғалмағайны.

Төндән алған татлы хистәр

Әле юйылмағайны.

Яртылаш төн, яртылаш көн

Килде әле еремә.

Татлы хистәр төндән көнгә

Күсенешеп йөрөйҙәр.

Төн менән көн - ғәләмдең

Ике бөртөк нөктәһе.

Төн менән көн алмашҡанда

Шул араны үтәбеҙ.

Төн тапшыра беҙҙе көнгә,

Көндөҙ шунда ҡалабыҙ.

Кеше - Ай менән Ҡояштың

Иң ҡәҙерле балаһы.

08. 10. 2010 й., Сибай.

Ҡараңғы уйҙар

Төн уртаһы. Илем йоҡлай.

Минең күҙҙәрем асыҡ.

Йәнде өйкәгән уйҙарҙан

Булмай икән ул ҡасып.

Хәмер эсеп ауған ирҙәй

Иҫереп йоҡлай илем.

Хәҙер бында беҙ хужа тип,

Йүгереп йөрөй Үлем.

Тыуым ҡасҡан. Салауаттар,

Вәлидиҙәр юҡ – тыумай.

Халҡым һөйләр һүҙен һөйләп,

Көйөн көйләп тә туймай.

Яҡшы ғәҙҙәттәр юғалған.

Ҡайҙа булған һуң улар?

…Күҙ йоморға ҡурҡып ятам,

Ҡараңғыла

Килә ҡараңғы уйҙар.

28. 02. 2007 й., Сибай.

Сер

Урлап байығандарҙан

Көнләшмәйем һис кенә.

Урлап алған байлыҡтың

Бер сере бар кескенә.

Ул бәхетен урлай бурҙың,

Бур бәхете ғүмерһеҙ.

Бал эсенә килеп төшкән

Ҡомһоҙ себен тиерһең…

Бал ҡортоноң алһыҙ-ялһыҙ

Йыйған хәләл емешен

Урлап себен, асып инә

«Баллы» тамуҡ ишеген.

09. 08. 2011 й., Сибай.

Ҡараҡ

Мыйығың булмаһа, һине

Әбей тип уйлар инем.

Тешһеҙ әбей һымаҡ эшһеҙ

Ятаһың йылдар буйы.

Ҡатын саба, ҡатын таба



Донъя кәрәк-ярағын.

Ә һин өйҙә мыйыҡ менән

Уйнап тик ултыраһың.

Мыйығындың бәхете бар -

Иркәләп үҫтерәһең.

Мыйыҡ йәшәй, ә ирлекте

Үҙеңдә үлтергәнһең.

Ҡатын саба, ҡатын таба,

Һиңә кәрәк-яраҡты.

Эй, ҡәҙерләй үҙ бәхетен

Урлап ятҡан ҡараҡты.

31. 01. 2011 й., Сибай.

Баҙар

Көн дә бөгөн «һә» тигәнсе

Килеп етте аҙағына.

Төн башланды. Карауатта –

Бер урынлыҡ самолетта

Киттем әүен баҙарына.

Был баҙарҙа мал, бал түгел,

Был баҙарҙа ял һаталар.

Һатыусылар, алыусылар

Йөрөмәйҙәр, ә яталар.

Берәүҙе лә алдамайҙар,

Әрләмәйҙәр. Урламайҙар.

Ял төрҙәрен кабинала

Йәшеренеп һайламайҙар.

Илдә баҙар. Телен, үҙен,

Ерен, ирен һата кеше

Сама белмәй аҙ ғына ла.

Ваҡыт үтә. Көн дә, ана,

Килеп етә аҙағына.

Төн башлана. Карауатта –

Бер урынлыҡ самолетта

Китәм әүен баҙарына.

28. 09. 2011 й., Сибай.

Ил асыуы

Бөгөн төндә бик яман төш күреп,

Мин уянып киттем йоҡонан.

Ҡурҡышымдан белгән доғаларҙы

Барлап алып, ҡат-ҡат уҡынам.

Иле, теле, халҡы өсөн йәнен

Йәлләмәгән ысын башҡорттан

Әйләнгәнмен, имеш, илен һөймәҫ,

Телен белмәҫ моңһоҙ манҡортҡа.

Туған һүҙҙәр, бал ҡорттары булып,

Һырып алалар ҙа сағалар.

Мине туҡмай атам, әсәм, күршем,

Оләсәйҙәр, бала-сағалар…

Үлдем. Тик намыҫым тере икән:

Мәйет булһам да бит тирләтә.

Ил асыуы ай-һай, дәһшәтле көс!

Үлтерә лә, ҡабат терелтә.

Шул төшөмдән - түбән төшөүемдән –

Илен, телен һөймәҫ манҡорттан

Мин өнөмә һәм илемә ҡайтам,

Әйләнәм дә кире башҡортҡа.

7. 01. 2011 й.,Сибай.

Туған тел

Маҡтанырға алтыным юҡ,

Байлығым – туған телем.

Ул минең рухты байыта:

Бирә хис, аҡыл, белем.

Туған телемдә йырлайым,

Туған телем – үҙе йыр.

Ҡырҡлаған өнгә - нотаға

Халҡым моңо ғына түгел,

Донъялыҡ үҙе һыйыр.

Телем мине һөйөндөрә,

Кейендөрә, туйҙыра.

Халҡыма, тыуған еремә,

Илгә һөйөү тыуҙыра.

Астан үлеп барыусыға

Бирһәләр икмәк телеп,

Ул терелә. Милләтемдең

Икмәге – туған теле.

19. 01. 2011 й., Сибай.

Ваҡыт

Сәғәт

Сәғәт, сәғәт булһа ла,

Эше сәғәтле түгел.

Көн менән төндө ялғап,

Йөрөй ҙә тора ул гел.

Ваҡытын әрәм итмәй,

Ел артынан да ҡыумай.

Ял да итмәй. Ял итһә,

Сәғәт булыуҙан туҡтай.

Ялҡау сәғәткә ҡарай

Ҡыл ҡыбырлатҡан Һайын.

Сәғәт эсенән эҙләй

Үткән ваҡыттың һанын.

Ул һандан ғына тормай,

Сәғәттең бар теле лә.

Шундай ябай. Уны еңел

Аңлай ала тиле лә.

- Бәхет хеҙмәттә, ти ул, -

Ялҡауланмай эшләгеҙ.

Ваҡыттың үткәнен түгел,

Үтмәгәнен эҙләгеҙ.

30. 08. 2010 й., Сибай.

Сәғәт теле

Бер туҡтамай йөрөп тора

Сәғәт теле.

Ниҙер һөйләй. Аңламайым

Уның телен.