Страница 24 из 25
- Исемде лә һиңә Минсаф тип үҙем ҡуштым. Сафлыҡҡа тере һәйкәл булырһың тинем.
Минсаф артабан тыңлай алманы. Ырғып торҙо ла салт итеп ҡарттың битенә төкөрҙө. Ҡарт, ҡулъяулығы менән һөртөнөп ултырып, уның ҡайһы яҡҡа киткәнен дә шәйләмәй ҡалды.
***
Эҙләгән һорауына яуапты Минсаф тапҡан да тапмаған да һымаҡ. Ярай, ул үҙенә ғүмер биргән ирҙе тапты ла ти. Ә ул атаймы ни?! Атай тип әйтергә тел әйләнмәй уға.
Университеттың ҙур залына китеп барғанда ла, шул уйҙар ине уның башында. Бөгөн бында «Башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш мәсьәләләре» тигән темаға фәнни-ғәмәли конференция була. Башҡортостандан ғына түгел, күрше Ырымбур, Силәбе, Һарытау өлкәләренән дә вәкилдәр буласаҡ. Кафедра мөдире: «Журналистарға телде яҡшы белеү кәрәк», - тип студенттарҙы ла саҡырғайны.
Ҙур залдың ишеге алдында һөйләшеп торған ирҙәрҙең береһе, Минсафты күргәс,йылмайып ебәрҙе.
- О, Фаяз Абдрахмановичтың улы килә, - ир кеше күрешергә ҡулын һуҙҙы.
Минсаф уны танымай ине. Шуға ла һораулы ҡарашын уға төбәне.
- Беҙ Стәрлетамаҡтан, - тине ир, эргәһендәге иптәшенә күрһәтеп, атайың менән бергә эшләнек.
Әңгәмәгә иптәше лә ҡушылды:
-Эйе, эйе. Атайың - бик һәйбәт кеше. Һеҙҙең менән бергә йәшәгәндә ғаилә, балалар тип үлә яҙып йөрөнө. Гел һинең менән урамда күрә торғайныҡ. Эшкә лә алып килә ине. Ана шунан таныйбыҙ һине.
- Әле лә беҙ атайың менән телефондан һөйләшеп торабыҙ, - тине ирҙәрҙең икенсеһе. - Ә һин уның менән аралашаһыңмы?
- Юҡ, ул бит алыҫта, Сибайҙа йәшәй. Ул яҡҡа юл төшкәне юҡ, - Минсаф ғәйепле кеше һымаҡ аҫҡа ҡараны.
- Зря, - тине ир моңһоу ғына.
Конференциялағы сығыштарҙы Минсаф йүнләп тыңлай алманы. Уны «Фаяз Абдрахмановичтың улы» тигән һүҙҙәр иҫерткәйне.
***
Минсаф Фаяз Абдрахман улын яратмай, хатта күрә алмай ине. «Әсәйемде, мине, апайымды ташлап киткән, мәрхәмәтһеҙ», - тип эстән әрләй торғайны. Әсәһенең: «Бөтәһенә лә атайығыҙ ғәйепле», - тигән һүҙҙәре лә йоғонто яһағандыр инде.
Теге Стәрлетамаҡтан килгән ирҙәрҙе осратҡандан һүң ул үҙгәрә төштө. Фаяз Абдрахман улын яҡындан белгән кешеләр менән аралашырға, уларҙан мәғлүмәт алырға тырышты. Уның Сибай педколледжында уҡытып, пенсияға сығыуын, әлеге көнгә тиклем өйләнмәй яңғыҙ йәшәүен белде. Уның тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетте.
***
Кафедра мөдире: «Оҙаҡламай практика башлана. Кем ҡайҙа үтергә теләй, тәҡдимдәрегеҙҙе әйтегеҙ», - тигәс, Минсаф беренсе булып:
- Мине «Сибайский рабочий»ға яҙығыҙ, - тине.
Уҡытыусы ҡаршы килмәне, хатта шатланған һымаҡ та булды.
- Урал аръяғында беҙҙекеләр практика үткәне юҡ. Әйҙә, беҙҙең барлығыбыҙҙы белдереп, үҙеңде күрһәтеп ҡайт, - тине.
Сибайға килеп төшкәс, Минсаф редакцияға ашыҡманы. Педколледжға барып, кадрҙар бүлегенән Фаяз Абдрахман улының адресын һорап алды. «Мин уның улы» тигәс, төпсөшөп торманылар, тиҙ генә яҙып бирә һалдылар, хатта йәшәгән еренә нисек барырға кәрәклеген дә өйрәттеләр.
Оҙаҡ эҙләп йөрөмәне ул. Ҡала бәләкәй булғанғамы, әллә йөрәге ашҡынғанғамы, тиҙ тапты. Тик ҡыңғырауға баҫҡас, ишектең асылыуын көтөү генә оҙаҡ тойолдо.
Ишекте тәбәнәгерәк буйлы, сәстәрен сал баҫҡан, тулы ғына кәүҙәле ир асты.
- Һаумы, атай! – Минсаф сабыйҙарса уның ҡосағына ташланды.
- Һаумы, улым! – Фаяз Абдрахман улы Минсафты, ысҡынып китмәһен тигәндәй, ныҡ итеп ҡосаҡланы.
- Атайымды таптым, - тип бышылдағанын Минсаф үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
7-8. 01. 2012 й., Сибай.
Ҡушымта
Ҡушымта 1
Авторҙың ижады хаҡында
Фәрүәз Сәйфуллин Ишембай районының йәмле Һәләүек йылғаһы буйында урынлашҡан Этҡол ауылында тыуып үҫкән. Башланғыс синыфта уҡығанда уҡ уның күңелендә шағир булыу теләге тыуа. Шиғырҙары менән мәктәп, клуб сәхнәләрендә сығыш яһай. Өлкән синыфтарға еткәс, әҫәрҙәре район, республика баҫмаларында донъя күрә. Шағир булырға теләге уны Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына алып килә. «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенең
әүҙем ағзаһы була.
Мәктәптә эшләй башлағас, ул оҙаҡ йылдарға ижадтан айырыла. Был уның педагогик эшкә мөкиббән китеүе менән аңлатыла. Шәхес ижад итеү уның өсөн әҫәр ижад итеүгә тиң була. Педагогик оҫталығын үҫтереүгә лә бөтә көсөн бирә. Диссертация яҙа, педагогика фәндәр кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә эйә була. Бөгөн ул Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында эшләй.
Әммә шағир булырға теләге Фәрүәзде бер ваҡытта ла ташламай. Һуңғы йылдарҙа ул әҙәби ижад менән бик әүҙем шөгөлләнә. Әҫәрҙәрен «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәрендә, «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы», «Шоңҡар» журналдарында даими сығарып тора. Уның «Ғәфү ит» тигән хикәйәләр йыйынтығы донъя күрҙе.
Фәрүәз Сәйфуллин – лирик шағир. Ул асылда мөхәббәт темаһына яҙа. Бының үҙ сәбәптәре лә бар. Беренсенән, ул бөтә донъяға, тормошҡа һөйөү менән ҡарай. Мөхәббәттең иҫ киткес көскә эйә булыуын, кеше яҙмышы, кешелек өсөн әһәмиәтен яҡшы аңлай. Икенсенән, үҙе ғүмер буйы яңғыҙ, ғаиләһеҙ йәшәгән кеше булараҡ, мөхәббәткә һәр кемдең, бигерәк тә, яңғыҙаҡтарҙың мохтаж булыуын кешеләргә еткерергә тырыша. Шағир «яңғыҙлыҡ – бәхетһеҙлек» тигән фекер менән килешмәй. Һәр бер тәрбиәле кеше – бәхетле тип иҫәпләй ул.
Фәрүәздең шиғырҙары образлы, төҙөк, хисле. Шуға ла улар йөрәккә барып етә, күңелгә һеңә.
Хикәйәләрендә лә мөхәббәт темаһы үҙәк урынды алып тора. Ул тәрбиә темаһы менән үрелеп бара. Автор бөгөнгө ҡатмарлы тормоштоң шәхескә ыңғай һәм кире йоғонтоһон әҙәби саралар менән ышындырырлыҡ итеп асып бирә.
Ҡушымта 2
Авторҙың баҫылған әҙәби әҫәрҙәре
Шиғырҙар
Йылдар // Торатау. – 1991. – 2 март.
Тыуған көн // Торатау. – 1991. – 2 март.
Тулҡындар // Торатау. – 1991. – 2 март.
Исемең // Торатау. – 1991. – 2 март.
Шиғыр яҙам // Башҡортостан. – 1991. -26 ноябрь.
Һөйөү // Башҡортостан. – 1991. -26 ноябрь.
Иң // Башҡортостан. – 1991. - 26 ноябрь.
Ҡулдарымды ҡулдарыңа һалам // Башҡортостан. – 1991. - 26 ноябрь.
Иламасы, ҡыҙым! // Йәшлек. – 1990. – 3 февраль.
Яҡтырыу // Йәшлек. – 1990. – 3 февраль.
Ҡарама // Йәшлек. – 1990. – 3 февраль.
Ярыҡ ялғаш // Йәшлек. – 1990. – 3 февраль.
Буямасы әле күҙҙәреңде // Йәшлек. – 1990. – 3 февраль.
Мөхәббәт һәм кәкүк // Йәшлек. – 1990. – 3 февраль.
Яҙ инде, яҙ хаттарыңды // Йәшлек. – 1990. – 3 февраль.
Бөтә донъя миңә үлгән кеүек... // Атайсал. – 1995. - 23 август.
Сәғәт өстә ырғып торҙом... // Атайсал. – 1995. - 23 август.
Ҡулдарыңды төштә күрҙем // Атайсал. – 1995. - 23 август.
Иң яҡшы шиғырым // Атайсал. – 1995. - 23 август.
Төйөн // Атайсал. – 1995. - 23 август.
Йөрәк осоп сығып китер төҫлө // Йәшлек. – 2004. – 7 февраль.
Мөхәббәт усағында // Йәшлек. – 2004. – 7 февраль.
Йөрәгем һине таптыра // Йәшлек. – 2004. – 7 февраль.
Көн менән төн // Башҡортостан.- 2007. - 13 февраль
Һөйөү уты // Башҡортостан. - 2007. - 13 февраль
Ағыулы уҡ // Башҡортостан. - 2007. - 13 февраль
Һин минең ҡосағымда // Башҡортостан. - 2007. - 13 февраль.
Мөғжизә // Башҡортостан. - 2007. - 13 февраль.
Тереһыу // Башҡортостан. - 2007. - 13 февраль.
Мөғжизә // Башҡортостан ҡыҙы. – 2010. - №10.
Бүләк // Башҡортостан ҡыҙы. – 2010. - №10.
Ай менән ҡояш // Башҡортостан ҡыҙы. – 2010. - №10.
Ҡайындар // Башҡортостан ҡыҙы. – 2010. - №10.
Ҡояштарым // Йәшлек. – 2011. - 4 июнь.
Тауҙар // Йәшлек. – 2011. - 4 июнь.
Йомаҡ // Башҡортостан. – 2010. – 18 август.
Сәскә // Башҡортостан. – 2010. - 18 август.
Ҡайҙа ул һин? // Башҡортостан. – 2010. - 18 август.
Шатлыҡ // Башҡортостан. – 2010. - 18 август.