Страница 23 из 25
Минсафҡа был һөйләшеү ауыр тәьҫир итте. Һорау ҙа, Әхмәтсафин хаҡындағы яман хәбәр ҙә тетрәндерҙе. «Әгәр ҙә мин шул кешенең улы булһам, оят бит», - тип уйланы.
Шуға ла дуҫында бер-ике көн булғандан һуң, ҡайтырға булды.
- Нишләп улай ҡабаланаһың? – тине дуҫы. - Әллә оҡшаманымы? Бер аҙнаға тип һөйләшкәйнек тә баһа.
- Юҡ-юҡ, оҡшамаған бер нәмә лә юҡ. Әсәйемдәр янында ла булайым инде. Каникул үтер ҙә китер.
Дуҫы ныҡышып торманы. Бер ҡабул иткән ҡарарын Минсафтың үҙгәртеп бармауын белә ул.
***
Минсаф өйөндә бер көн булды ла әсәһенең Урмантау ауылында йәшәүсе һеңлеләренә барырға йыйынды. Еҙнәһе Рәмзилде ярата ул. Алсаҡ, күңелле, шаян еҙнәһе эргәһендә уға рәхәт. Минсаф килһә, ул да шатлана. Йәй көнө Ағиҙелдә һыу инәләр, балыҡ ҡармаҡлайҙар. Ҡышын һунарға йөрөйҙәр. Бала йәнле еҙнәһе. Өс бөртөк ҡыҙын ни эшләтергә белмәй. Тик ҡайһы саҡта: «Минсаф кеүек берәй малай бирмәгән хоҙай», - тип әйтеп һала.
Урмантауға барыуының икенсе сәбәбе лә бар. Һөйгән ҡыҙы Мәҙинәһе йәшәй унда. Ун беренсе синыфта уҡып йөрөй. Еҙнәһенең өлкән ҡыҙы Вәсилә менән бергә. Былтыр ауылға килгәнендә ғашиҡ булғайны Минсаф. Ярты йыл буйы һирәк-мирәк булһа ла осрашып йөрөнөләр. Телефондан һөйләшеп торҙолар. Әммә һуңғы ваҡытта Мәҙинә уның шылтыратыуҙарына яуап бирмәй башланы. Минсаф аңламаны. Һеңлеһе Вәсиләнән дә һорап ҡараны. Уныһы: «Быйыл мәктәпте тамамлайбыҙ бит. Сығарылыш имтихандарына әҙерләнеп ятабыҙ. Бушамайбыҙ», - тип яуапланы. Минсафты был яуап ҡәнәғәтләндермәне. «Телефондан һөйләшергә имтихан ҡамасауламай инде», - тип уйланы. Мәҙинәгә хат та яҙып ҡараны. Яуап булманы. «Ни булды икән? Әллә минең хаҡта берәй яман һүҙ ишеттеме, әллә бүтән кешене таптымы икән?» тигән уйҙар борсоно егетте.
Шул һорауҙарға яуап алыу маҡсаты ла бар ине Минсафтың ауылға барыуында.
***
Ауылға килгәс, һеңлеһе Вәсилә менән клубҡа сыҡты. Дискотекала бейергә, күңел асырға әллә ни уйы ла,теләге лә юҡ уның. Төп маҡсаты Мәҙинәне күреп һөйләшергә, аңлашырға, мөнәсәбәтте яйға һалырға ине. Университетта бер көтөү ҡыҙҙар араһында уҡып йөрөһә лә, уға Мәҙинә яҡыныраҡ. Нимәһе менәндер оҡшай. Әллә баҫалҡылығы, һәр һүҙҙе уйлап, нигеҙләп һөйләшеүе әсир итә инде.
Улар килгәндә, дискотека башланғайны. Минсаф күҙҙәре менән Мәҙинәне эҙләне. Вәсиләне күреп, Мәҙинә үҙе халыҡ араһынан килеп сыҡты ла әхирәтен бейергә саҡырҙы. «Әйҙә, әйҙә, өшөп килгәнһеңдер, йылынып ал», - тип йылмайҙы. Әллә ҡышҡы кейемдә булғанғамы, әллә бөтә иғтибары Вәсиләгә төбәлгәнгәме, Минсафты шәйләмәне. Күреп ҡалғас, ҡойолоп төшкәндәй булды. Йөҙөнән йылмайыу ҡасты. Егеттең сәләменә лә һалҡын ғына яуап ҡайтарҙы.
Дискотеканан һуң өсәүләп бергә ҡайтырға сыҡтылар. Күберәк Вәсилә менән Мәҙинә һөйләште. Минсаф, ара-тирә һүҙгә ҡушылып, шым ғына барҙы. Еҙнәләренең өйөнә еткәс, Вәсилә, әхирәте менән хушлашып, инеп китте. Ә Минсаф Мәҙинәне оҙата барҙы. Егет, уңайлы мәл килеүенә ҡыуанып, үҙен иркенерәк, ҡыйыуыраҡ тоторға тырышты.
- Мәҙинә, - тине ул, - мин һине һағынып килдем. Хәлдәрең нисек, уҡыуың барамы? Шулар тураһында һөйлә әле.
- Бөтәһе лә һәйбәт. Тик бына имтихандар ҡурҡыта. Уларҙы яҡшы итеп тапшырып, юғары уҡыу йортона инергә кәрәк бит. – Мәҙинә ғәҙәттәгесә тыныс ҡына, уйлап һөйләй.
- Ә ниндәй факультетҡа барырға уйлайһың?
- Журналист булырға теләгәйнем. Эҙләнергә, кешеләр араһында йөрөргә яратам мин.
- Коллегалар булабыҙ икән.
Минсаф төп һорауҙы бирергә уңайлы мәл еткәнен тойҙо.
- Мәҙинә, ниңә минең хаттарыма яуап бирмәнең ул? Ни булды? Әллә минең хаҡта берәй насар һүҙ ишеттеңме?
Мәҙинә был һорауҙы көткән булһа кәрәк. Атлап барған еренән туҡтаны ла өйҙәре яғына ҡарап алды.
- Һинең турала бер һүҙ ҙә ишетмәнем, Минсаф. Әсәйем бит: «Имтихандарыңа әҙерлән, институтҡа кер, мөхәббәтеңде ҡуйып тор», -ти.
- Ниңә, мөхәббәт уҡыуға, имтиханға ҡамасаулаймы ни?
- Эш мөхәббәттә генә түгел шул, - тине Мәҙинә күңелһеҙләнеп.
- Ә нимәлә һуң? – Минсаф түҙемһеҙләнеп уға ҡараны.
- Ул турала һөйләге килмәй ҙә ул һиңә. Әммә һөйләмәйенсә булмай инде. – Мәҙинә өйҙәре яғына тағы бер ҡарап алды ла дауам итте. - Һинең әсәйең беҙҙең ғаиләне емергән икән.
- Нисек? – Минсаф тертләп китте.
- Вәсиләләргә килгәндә атайым менән танышып алған да типтергән. Әсәйем белеп ҡалып, атайымды ҡыуып сығарған. «Уның әсәһе ҡустың менән һине йәтим итте. Нисек шул кешенең балаһын ярата алаһың?» - ти.
Мәҙинә Минсафтың күкрәгенә башын һалды ла, илап ебәрҙе.
Минсафҡа ер умырылып киткәндәй тойолдо. Ни әйтергә, Мәҙинәне нимә тип йыуатырға ла белмәне. Бер аҙ торғас, көсөн йыйып:
- Әсәйем һине йәтим итһә, мин һине бәхетле итермен, - тине лә, Мәҙинәне ҡалдырып, хушлашып та тормай, ҡайтып китте.
***
Иртәгәһен Минсафтың ҡайтырға йыйынғанын күреп, еҙнәһе ғәжәпләнде.
- Нишләп улай, - тип һөйләнде ул. – Кис кил дә, иртән ҡайтып китсәле. Бөгөн һинең менән һунарға барырға уйлап тора инем.
Минсаф:
- Рәхмәт, еҙнә. Әсәйем оҙаҡламаҫҡа ҡушҡайны. «Каникулда әҙерәк өйҙә тороп кит», тигәйне. Каникул да бөтөп бара, - тине.
***
Минсафтың улай тиҙ ҡайтырын әсәһе көтмәгән, күрәһең. Ул килеп кергәндә, бер ир менән сәй эсеп ултыра ине. Өй бола, йыйыштырылмаған.
- Телевизор кисә кис боҙолдо ла ҡуйҙы, - тине әсәһе. – Бына мастерҙы саҡырҙым әле. Йүнәткәс, шатлыҡтан Георгийҙы һыйлап ултырам.
Георгийҙы Минсаф белә. Бәләкәй саҡта уларға йыш килә торғайны. Әсәһе менән булған бер әңгәмәне лә хәтерләй әле ул.
- Ниңә ул миңә «Миншаф» тип өндәшә? – тип һорағайны ул.
- Ул бит сыуаш. Ә сыуаштар «Ш» өнө менән һөйләшә, - тигәйне әсәһе.
Шунан бирле Георгий килеп керһә, «Шағай» килгән тип һөйөнсө алыр ине әсәһенән. Үҙе лә һөйөнә. Сөнки ул килһә, әсәһе уны урамға малайҙар менән уйнарға сығарып ебәрә.
Ҡыҙмаса булып алған«Ш» ағай Минсафты күргәс, урынынан тороп: «Һаумы, улым!», - тип башҡортса иҫәнләште.
«Улым». Был һүҙҙәр Минсафтың мейеһен тишеп үтте. Ул Георгийға ҡулын һуҙманы. Сисенеп тә тормай төпкө бүлмәгә үтте. «Бәлки, ул минең атайымдыр?» - тип уйланы ул, карауатҡа йөҙө менән ҡапланып ятҡас.
***
Көн артынан көн, йыл артынан йыл үтә торҙо. Минсаф та икенсе курсты тамамлап, өсөнсөгә уҡырға килде.
Мәҙинәһен ул һаман да онота алмай. Байрам һайын открыткалар ебәреп торһа ла яуап алғаны юҡ. Ул хәҙер алыҫта. Ҡаҙан дәүләт университетының журналистика факультетында уҡый. Уның хаҡында аҙ-маҙ хәбәр Вәсилә аша килеп тора. Уныһы ла әллә ни һөйләп бармай.
Курстан курсҡа күскән һайын Минсаф үҙен белемлерәк тоя. Күп һорауҙарға яуап ала. Тик берәүһенә яуап таба алмай һаман. «Мин кемдең улы? Атайым кем минең?»
Уҡыу йылының тәүге көндәренең береһендә дәрестән һуң урамға сыҡһа, таяҡҡа таянған бер ҡартҡа тап булды. Таныны. Был Әхмәтсафин ине. Минсаф көтмәгәйне. Ҡаушап ҡалды.
- Һаумы, Минсаф, - тип өндәште ҡарт.
- Ә һеҙ мине ҡайҙан беләһегеҙ? – Минсаф танымағанға һалышты.
- Үҙ улыңды таныйһың инде ул.
Ҡарттың кинәйәле, ышаныслы әйткән һүҙҙәре егетте һиҫкәндерҙе. Атлап китергә уйлағайны ла, эске ҡыҙыҡһыныу туҡтатты.
- Әйҙә әле, улым, анау эскәмйәгә ултырып, һөйләшеп алайыҡ, - тине ҡарт. Барып ултырғас:
– Мин ҡартайғанмын инде, - тип дауам итте һүҙен. - Әллә ни оҙаҡ та йәшәмәм. Уйланып-уйланып йөрөнөм дә икебеҙ өсөн мөһим булған бер тарихты һиңә һөйләргә булдым. Һөйләмәһәм, был донъянан тыныс күңел менән китә алмам кеүек.
Ҡарт тамағына тығылған төкөрөгөн йотоп, танауын, ауыҙын ҡулъяулығы менән һөртөп алды ла, Минсафтың күҙҙәренә ҡарап:
- Улым, мин бит һинең атайың. Ғүмерҙе һиңә мин бирҙем. Әсәйең белә. Һин генә белмәйһең. Хәҙер бына һин дә белдең инде, - тине.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Минсафтың йөрәге урынынан ҡуҙғалғандай булды. Ул «Һин Әхмәтсафиндың улымы әллә?» тигән һорауҙың сәбәбен аңланы. Башынан «ғүмер биргәс, ниңә ҡарап үҫтермәнең, атай икәнеңде йәшереп йөрөнөң?» тигән уйҙар үтте. Әммә өндәшмәне.