Добавить в цитаты Настройки чтения

Страница 13 из 25



***

Татарстанға китеү тураһында һөйләшеү өсөн тип килгәйне бөгөнгө осрашыуға Ғәлимә. Был юлы ул сәғәтенә ҡарамай, ҡабаланмай һымаҡ тойолғас, Закир: «Әйҙә, беҙҙең өйгә кереп ултырайыҡ, өйҙә берәү ҙә юҡ», - тип тәҡдим яһаны.

Ғәлимә ризалашты. Тик егет менән өйҙә икәүҙән икәү ҡалырға уңайһыҙланды. Шуға үҙҙәре янына Әҡлимәне саҡырып алды. Өйгә кергәс, Закирҙың Татарстанға китеү тураһында һөйләшергә ҡабаланмауын күреп, Ғәлимә үҙе һүҙ башланы.

- Ҡасан юлға сығабыҙ, Закир? Мин арыным инде. Йөрәгем сәнсә, тыным ҡыҫыла башланы, - тине.

Закир һуҙҙы. Сөнки ул яуабының Ғәлимәгә оҡшамаҫын белә ине.

- Ниңә өндәшмәйһең?

- Барып булмаҫ унда, Ғәлимә. – Закир тынысыраҡ булырға тырышты.

- Ниңә?

- Татарстандағы инәйем менән бабайым айырылышып, фатирҙарын бүлешеп йөрөй. Шундай саҡта унда нисек бараһың.

- Уларҙа булмаһа, башҡаларҙа йәшәрбеҙ. “Снимать” итеп.

- Ә уға аҡсаны ҡайҙан алырбыҙ? Килеп сыҡмаҫ ул, Ғәлимә. – Бында ғына тороп торайыҡ.

Китмәүҙең төп сәбәбен Закир йәшерҙе. Уның эше судта ине. Наркотиктар менән бәйле эш ул. Ғәлимә менән танышмаҫ элек үк асылғайны. Кисә уға тәфтишсе ҡаланан сығып китмәҫкә тигән ҡарар тотторғайны. Адвокат та: «Дүрт йыл бирергә тейештәр һиңә. Мин бер йылын кәметә алһам, шул инде. Ә тулыһынса ҡотҡара алмам», - тип йөрәгенә тоҙ һипкәйне.

Закир сәй әҙерләргә тип кухняға киткән еренән, Әҡлимәнең ҡысҡырып ебәреүенән һиҫкәнеп, кире атылып килеп сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

- Ни булды? – тип әйтергә ауыҙын асып та өлгөрмәне, Ғәлимәнең һул ҡулынан сөбөрләп аҡҡан ҡанды, өҫтәлдә ятҡан бысаҡты күреп, бөтәһен дә аңланы.

- Венаһын ҡырҡты, - тип йөҙөн ҡаплап илап торған Әҡлимәгә ҡысҡырҙы: «Анау сепрәкте алып бир».

Ғәлимәнең ҡулын терһәгенең өҫтөнән бәйләп ҡуйып, диванға һалды ла, йүгереп сығып китте. Бер аҙҙан, атылып килеп кереп, Ғәлимәне күтәреп урамға алып сыҡты ла, көтөп торған таксиға ултыртып, больницаға алып китте. Нишләргә белмәй илай-илай артынан эйәреп йөрөгән Әҡлимәгә машина тәҙрәһенән: «Һин өйҙөң ишеген биклә, асҡыс тумбочка өҫтөндә», - тип ҡысҡырҙы.

***

Ғәлимә больницаға эләккәс, Әҡлимә менән Зәлифә бергәрәк булырға тырышты. Шулай уларға еңелерәк ине. Больницаға ла бергә йөрөйҙәр, Сәбилә инәйҙәренә инеп тә йыуатып, тынысландырып сығалар. Аҙаҡ йә Әҡлимәләргә, йә Зәлифәләргә барып һөйләшеп ултыралар.

- Мин аңлай алмайым, - ти Әҡлимә. - Ниңә ул венаһын ҡырҡты икән? Татарстанға китмәгәндән үлергә тимәгән дә. Әллә Закирҙың, бара алмайбыҙ, тигәнен яратмау тип аңланымы икән? Әйтә алмайым. Барыбер, Ғәлимә дөрөҫ эшләмәне ул.

- Әсәһе лә ҡәтғи ҡуйҙы шул мәсьәләне «осрашма, йөрөмә» тип. Йомшағыраҡ ҡағылырға ине Ғәлимәгә. Үҙең беләһең, ҡайһылай ҡанатланып, осоп, ашҡынып торҙо Закирына. Шундай саҡта ҡаты бәрелмәҫкә кәрәк ине лә бит, - тип һөйләнде Зәлифә.

- Закиры ла наркотиктар менән бәйләнеп дөрөҫ эшләмәгән инде.

- Уныһы шулай ҙа. Ул бит Ғәлимәгә тиклем үк ҡуллана башлаған. Ғәлимә менән танышҡас, ташларға теләгәйне лә баһа, - тип һүҙгә ҡушыла Зәлифә.

- Закир булмаһа, Ғәлимә үлә ине. Ҡаны сөбөрләп торҙо. Мин бер үҙем ни эшләй алыр инем. Ҡотом осоп ҡаттым да ҡалдым. Уф, - тип көрһөндө Әҡлимә.

Ҡыҙҙар шулай, ҡара-ҡаршы ултырып, һорауҙар ҡуялар ҙа яуап эҙләйҙәр. Әммә яуаптарынан артыҡ ҡәнәғәтлек тапмайҙар. Баштары эшләмәгән, зиһендәре тарҡалған кеүек тойола уларға. Әхирәтенең больницаға эләгеүенән тыныслана алмайҙар.

***

Судта, Ғәлимәне күреп, Закир ҡалтыранып, өшөп алды ла китте. Уны залда ултырған Әҡлимә лә, Зәлифә лә, Ғәлимә лә һиҙҙе. Судъя көн тәртибен, процеста ҡатнашыусыларҙың исемдәрен һанап сыҡты.

- Закир Мөслимовтың наркотиктар әҙерләп, ҡулланыуы тураһында мәсьәлә ҡарала, тигән иғландан һуң һүҙ прокурорға бирелде. Ул оҙаҡ ҡына нимәлер һөйләне. Ғәлимә лә, Закир ҙа уларҙы ишетмәне. Улар икеһе лә, баштарын эйеп, бер береһен уйлап ултыралар ине. Унан һүҙҙе адвокат алды. Уның телмәре лә ярайһы ғына оҙон булды. Закирға ла, Ғәлимәгә лә һәр хәлдә шулай тойолдо. Закир оҙаҡ һөйләмәне. Прокурорҙың ғәйепләүҙәрен кире ҡағырлыҡ бер дәлил дә килтермәне. «Үҙеңде ғәйепле һанайһыңмы?» тигәнгә лә, «Эйе» тип яуап бирҙе.

Эштең былай бәхәсһеҙ барыуын күреп, ҡыҙҙар хафаға төштө. Ғәлимәнең күҙҙәренән йәштәр тамды. Закир быны күрҙе, буғай. «Минең әйтәһе һүҙем бөттө», - тине лә урынына ултырҙы.

Судъя хөкөм сығарыр өсөн сығып киткәс, күңелдәрҙә көсөргәнеш тағы ла көсәйҙе. Ғәлимә Закир янына барырға үҙендә көс тапманы. Бөтә тәне, быуындары ҡалтырай ине уның. Ниһайәт, судъя күренде. Ул үҙенең ҡалын, һалҡын тауышы менән хөкөм ҡарарын уҡый башланы.



«Өс йылға иркенән мәхрүм итергә», - тигән һүҙҙәрҙе генә аңланы Ғәлимә.

Ә Закир, бөтәһен дә ғәжәпләндереп, ҡарарҙы йылмайып, шатланып ҡаршы алды. Адвокатты ҡосаҡлап, үбеп алды. Адвокат быны көтмәгәйне. Ул ғәжәпләнеп тә, ҡурҡып та ҡараны Закирға. Шунан:

- «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырығыҙ. Тиҙерәк. Минең клиент ауырыуға һабышҡан, - тине.

Быларҙы Ғәлимә ишетмәне. Ул аңын юғалтып, әхирәтенең ҡосағында ята ине.

***

Закирҙы төрмә урынына психиатрия больницаһына алып киттеләр. Ул суд ваҡытында аҡылдан яҙғайны.

Ғәлимә быны күтәрә алманы. Институтҡа инеү ҡайғыһы ла китте. Имтихандар алдынан документтарын барып алды ла Татарстанға сығып китте. Хәҙер ярты йыл була инде китеүенә. Ҡыҙҙар менән дә, ата-әсәһе менән дә бәйләнеше юҡ. Табибтарға шылтыратып, Закирҙың хәлен һорашып тора тип һөйләйҙәр.

Институт студенттары булып киткән Әҡлимә менән Зәлифәнең уны иҫкә алмаған көндәре юҡ тиерлек. Иҡтисад факультетына документтарын биргәйнеләр ҙә, әхирәте Ғәлимә менән Закир араһында булған ваҡиғалар уларҙың теләген үҙгәртте. Психолог булырға ҡарар иттеләр. Институтта алған теоретик белемдәрен әхирәтенең, Закирҙың проблемаларын аңлау өсөн файҙаланалар.

- Әҡлимә, һин нисек уйлайһың, - тип өндәшә Зәлифә.- Бына Ғәлимә менән Закир бер-береһен ярата. Ә бит һәр береһе үҙенсә ярата. Уларҙың һөйөүҙәре араһында ниндәй айырма бар?

Әҡлимә бер аҙ уйлап тора ла һөйләй башлай.

- Айырма бар. Ғәлимәнең һөйөүе көслөрәк тә, ҡеүәтлерәк тә. Ә Закирҙыҡы – йомшағыраҡ. Ни өсөн тигәндә, Ғәлимәнең һөйөүе таҙа күңелгә нигеҙләнгән. Ә Закирҙың һөйөүе бик үк саф булмаған, йәғни насар ғәҙәттәре булған күңелдә тыуған.

- Улай булғас, һин мөхәббәттең көсө күңел таҙалығына бәйләнгән тиһеңме?

- Тап шулай, - ти Әҡлимә. - Әгәр ҙә Закир ауырып китмәһә, уның һөйөүе лә Ғәлимәнеке кеүек, көсәйәсәк ине. Сөнки мөхәббәт уның күңелен таҙарта башлағайны. Мөхәббәттең сафландырғыс көсө бар.

- Ә һин Закирҙың аҡылдан яҙыуын ни менән аңлатаһың? – Хәҙер инде Әҡлимә Зәлифәнән һорай.

Зәлифә ҡабаланмай ғына һөйләй башлай.

- Психикаһындағы уның үткәне менән бөгөнгөһө араһындағы киҫкен көрәш арҡаһында, тип уйлайым. Ғәлимәне осратып, мөхәббәтен тапҡас, ул үҙенең насар ғәҙәт-ҡылыҡтарына тәнҡит күҙлегенән ҡарай башланы. Оялды, тартылды. Зәғифләнгән ҡош шикелле осорға талпынды. Мөхәббәтен юғалтмаҫҡа, уға лайыҡ булырға тырышты. Көсөргәнешле кисерештәр эсендә янды. Етмәһә, Сәбилә инәйҙәрҙең тыйыуы, суд ҡарары. Былар бөтәһе лә уның мейеһенә бәрҙе. Уға элекке насар ғәҙәтенән арынырға ваҡыт етеңкерәмәне. Суд булмаһа, бәлки, улай уҡ булмаҫ ине лә.

- Тимәк, һин суд ҡарары дөрөҫ булманы, тип уйлайһыңмы?

- Юҡ, мин улай уйламайым, - тип дауам итте Зәлифә. – Суд ҡарары, ғөмөүмән, файҙалы булды, минеңсә.

Әҡлимә аптырап китте;

- Нисек инде файҙалы?

- Cөнки ул уны төрмәгә түгел, ә больницаға илтте. Ә унда Закирҙы дауалаясаҡтар. Ул бит тәрбиәгә түгел, ә дауаға мохтаж ине. Тәрбиә юлына ул, Ғәлимәне осратҡас, төшкәйне.

- Һин, тимәк, Закир һауығасаҡ тип уйлайһыңмы?

- Эйе.

- Ә хөкөм ҡарары? Һауығып сыҡҡас, төрмәгә оҙатмаҫтармы уны?- тип һораны Әҡлимә.

- Юҡ. Юғары суд ул ҡарарҙы юҡҡа сығарған инде. Закирҙың адвокаты әйтте. Мин һиңә һөйләмәнемме ни әле?

Әҡлимә Зәлифәне ҡосаҡлап алды:

- Ҡойоп ҡуйған психолог һин, әхирәткәйем. Йәл, Ғәлимә генә юҡ арабыҙҙа. Өсәүләшеп ҡосаҡлашыр инек. Өс таған булып.