Добавить в цитаты Настройки чтения

Страница 12 из 25



Ғәлимәнең ысын мөхәббәт менән осрашыуын әхирәттәре аңлай ине. «Ҡыҙҙар, мөхәббәт ул аңлатып булмай торған иҫ киткес нәмә икән, - тип һөйләй ул әҫәрләнеп. - Ул ҡанатландыра, осора, тилертә, шатландыра». Шундай хистәр менән иҫереп йөрөгән Ғәлимәлә, бер аҙна тирәһе үткәс, ҡыҙҙар бойоғоу күреп, һиҫкәнеп киттеләр. Бәлки үҙе аңлатыр тип көттөләр ҙә, өмөттәре аҡланмағас, һорарға булдылар.

- Нишләп әле, Ғәлимә, һуңғы көндәрҙә, балтаһы һыуға төшкән кешеләй йөрөйһөң, - тип һүҙ башланы Әҡлимә. - Әллә Закир менән мөнәсәбәтегеҙ хөртәйеп киттеме?

- Юҡ, - тип яуапланы Ғәлимә, - хөртәйеүен хөртәймәне лә. – Бер күңелһеҙ яңылыҡ белеп ҡалдым әле.

- Ниндәй яңылыҡ ул? – Ҡыҙҙар, яуап көтөп, уға төбәлде.

- Закир наркотиктар ҡуллана икән.

- Китсәле, - тип аптыраны Зәлифә. - Ә һин уны ҡайҙан белдең? Бәлки, ысын түгелдер.

- Ысын шул, ҡыҙҙар. Ике көн элек осрашыуға иҫереп килде. Мин уға «нишләп эсеп килдең?» тигәйнем: «Эсмәнем», - ти. «Эсмәгәс, әтү ниңә иҫерекһең», тигәйнем: «Наркотик» ҡулландым», - тип илап ебәрҙе.

- Ой, улай ни ҡурҡыныс та баһа. Бер-бер яманлыҡ ҡылып ҡуймаһын үҙеңә, - Әҡлимәнең йөҙө ағарып киткәндәй булды. - Ә һин үҙеңде нисек тоттоң һуң? Ташлап ҡайттың да киттеңме?

- Юҡ, ҡыҙҙар. Ул ҡурҡыныс түгел дә. Ә иҫерек кенә. Мин уға асыуланманым да, үпкәләмәнем дә. Өйҙәренә оҙатып ҡуйҙым. Юлда барғанда, ул насар ғәҙәтеңде ташла, тинем.

- Ә ул нимә тине?

- Ташлаясаҡмын. Тик, Ғәлимә, унан тиҙ генә ҡотолоп булмай. Әҙерәк ваҡыт үтер инде, - тине.

- Ҡайһылай үҙе аҡыллы һөйләшкән бит әле, - тине Зәлифә.

- Ул аҡыллы, тәртипле, тыңлаусан ғына ул, - тип өҫтәне Ғәлимә.

- Ана шундай тыңлаусан кешеләрҙе боҙалар инде ул яуыз бәндәләр, - Әҡлимә, кемделер туҡмарға йыйынғандай, йоҙроҡтарын төйнәне.

Хәлде аңлап алғас, ҡыҙҙар бер аҙ һөйләшмәй уйланып ултырҙылар. Тынлыҡты Зәлифә боҙҙо.

- Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ уның менән өсәүләп һөйләшеп ҡарайыҡ. Ташлауын һорайыҡ. Улай тыңлаусан булғас, бәлки, һүҙебеҙ үтер.

Ғәлимә быға ризалашманы:

- Юҡ, ҡыҙҙар. Ул миңә ташларға һүҙ бирҙе бит. Һөҙөмтәһе булыр ул. Көтәйек әле, - тине.

***

Закир менән дуҫлашыуын Ғәлимә әсәһенән йәшермәне. Әсәһенә әйтмәй эш эшләгәне юҡ уның. Сәбилә иғтибар менән тыңланы. Үҙенең йәш саҡтарын эстән генә хәтерләп ултырҙы. Ҡыҙының балалыҡтан сығып барыуын аңланы. Тыңлап бөткәс:

- Минең бер ҡаршылығым да юҡ. Тик үҙеңде белеп кенә йөрө. Өйрән. Әле Һин уны үҙең дә белеп етмәйһең бит, - тине. – Алама кеше булып ҡуймаһың. Тьфу-тьфу.

Әсәһенең «тьфу-тьфу» тип төкөрөүе Ғәлимәгә ҡыҙыҡ тойолдо. Ул Закир менән мәсеттә тора, ә мулла тирә яғынан ен-пәрейҙәрҙе ҡыуып өшкөрә, никах уҡый һымаҡ хис итте.

Закирҙың наркотик ҡулланыуын да әйтмәй булдыра алманы Ғәлимә. Быны ишеткәс, ике-өс аҙна элек кенә йәштәрҙең дуҫлығына ризалығын биргән әсәһе ҡырҡа үҙгәреп китте. Йөҙө боҙолоп, күҙҙәре ҙурайып, ҡаштары төйөлдө.

- Уй, ҡыҙым, кисекмәҫтән туҡтат уның менән аралашыуыңды. Телевизорҙан күрәһең бит наркомандарҙың ниндәй булғанын. Берәй этлек ҡылып ҡуймаһын. Һәләк итер үҙеңде. Беҙҙе ҡайғыға һалыр. Наркомандан нимә көтәһең! Бөтә ғүмерең заяға үтер, - тип теҙеп алып китте.

Әсәһе тағы нимәлер әйтергә тип ауыҙын асҡайны ла, Ғәлимә өлгөрҙө.

- Әсәй, ул наркотиктарҙан ҡотолорға һүҙ бирҙе, - тине. – Мин уға ышанам.

- Тәүҙә ташлаһын, шунан дауам итерһең, яратһаң.

Сәбилә, һүҙ бөттө тигәндәй, кинәт кенә урынынан торҙо ла:

- Ҡабат уның менән осрашаһы булма. Атайыңа әйтермен, - тине.

- Наркоман да - кеше. Уның да мөхәббәткә хоҡуғы бар. Ул да һөйөргә, һөйөлөргә тейеш.



- Башҡаларҙы һөйһөн, минең ҡыҙымды түгел.

Һуңғы һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғәлимәнең йөрәге терт итеп ҡуйҙы. Ҡәҙерле нәмәһен юғалтҡан кеше һымаҡ, тирә-яғына ҡаранып алды. «Юҡ, мин уны берәүгә лә бирмәйем», - тип әйтергә уҡталғайны ла, тыйылып ҡалды.

***

Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, - тип уйланы Ғәлимә. Аҙаҡ: «Туҡта әле, тәүге ҡоймаҡ менән тәүге мөхәббәт араһында ниндәй бәйләнеш булһын», - тигәндәй тынып ҡалды. Мөхәббәт ҡоймаҡ түгел, һанап ҡойорға. «Мөхәббәт берәү генә була» тип уҡығайны ул бер китапта. Ғашиҡтар хаҡында шиғырҙарҙы, хикәйә, повестарҙы ярата ул.

Ул мөхәббәтен көтөп йөрөнө. Яратҡан егетен күҙ алдына килтереп, хыяллана торғайны. Закир ул хыялланып йөрөгән егеткә оҡшаған. Тышҡы йөҙө, кәүҙәһе, хатта холҡо менән дә. Әсәһе уны яратмаҫҡа ҡуша. «Мөхәббәтте тыйып буламы? – тип уйлай Ғәлимә. - Әгәр ҙә мин Закирҙы ташлаһам, бүтән кешене ярата алырмынмы?»

Был һорауҙарға яуабы юҡ. Уның көттөрөп, һөйөндөрөп, яҙғы ташҡындар менән бергә килгән мөхәббәтен юғалтаһы килмәй. Закирҙың наркоман булыуы уның үҙен дә һағайта, ҡурҡыта. Закир өсөн дә, үҙе өсөн дә, мөхәббәте өсөн дә ҡурҡа. Шул уҡ ваҡытта үҙенә лә, Закирға ла, мөхәббәткә лә ышана. Ошо өс көс бергәләп тотонһа, наркотиктарҙы еңергә була тип уйлай.

***

Ғәлимә әсәһенең уның менән осрашыуын тыйғанын һөйләгәс, Закир ҡайғырҙы. Ҡыйынһынды. Шулай ҙа:

- Ә ниңә ул тыя? – тип һорарға көс тапты.

- Шул наркотигың арҡаһында инде.

-Ташлайым, - тип әйттем дә баһа.

- Миңә әйттең дә әсәйемә түгел. Шунан әйтеү бер, үтәү икенсе. Үткәндә тағы иҫерек килгәйнең бит.

- Уны ҡапыл ғына ташлап булмай, Ғәлимә. Былай ҙа һирәгәйтә барам бит.

- Мин һинең ташларыңа ышанам да ул, - Ғәлимә яғымлыраҡ булырға тырышты. - Әсәйемде нисек ышандырырға? Бына шуныһы. Әйтеп ҡарағайным да ул. Ыңғайға килмәй. «Осрашып йөрөмә», - ти.

- Нишләрбеҙ икән улай булғас? – Закирҙың тауышында борсолоу сағылды.

- Әллә инде, ҡыҙҙар менән берәй нәмә уйлап ҡарарбыҙ инде. – Ғәлимә сәғәтенә ҡарап алды. – Ярай, мин ҡайтайым. Әҡлимәләргә барам тип кенә сыҡҡайным. Әсәйем юғалтыр. Атайым да ҡайтты әле Себерҙән. Шунда эшләй бит.

Ғәлимә ҡайтып киткәс, Закир ҡайҙа барырға белмәй аҙап торҙо.

- Әй шуны, - тип әрләй ул эстән генә. - Әллә ҡайҙан килеп сыҡты наркотик тигәндәре. Ҡыҙыҡ күреп кенә тәмләп ҡарағайным, өйрәнеп киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Ташламай булмай. Барыбер ҡотолам инде мин унан. Әллә дауаланырғамы икән? Дауаланмайынса булмаҫ. Ул яуыз нәмә бөтә тормошома кәртә булып баҫты бит. Хәҙер килеп мөхәббәтемде юҡҡа сығарырға тора. Мөхәббәт көслө тип яҙалар шағирҙар. Хәҙер уға үҙем дә ышандым инде. Мөхәббәт наркотикты еңергә тейеш. Эй, хоҙайым, ярҙам ит миңә был яуыз ғәҙәттән ҡотолорға…

Үҙ уйҙары эсендә ҡайнаһа ла Закир Ғәлимә менән һаман да һөйләшеп торған һымаҡ хис итте. Ҡыҙ менән танышҡандан бирле ул үҙен яңғыҙ тип һанамай. Ғәлимә гел генә эргәһендә торған кеүек тойола уға.

***

Ғәлимә менән Закир, тыйыуға ҡарамаҫтан, һирәк-мирәк осраштырғылап торҙолар. Зәлифә менән Әҡлимәгә рәхмәт. Имтихандарға әҙерләнеү һылтауы менән Ғәлимәне әсәһенән һорап алалар ҙа Закирға ҡалдыралар. Ун-ун биш минут урамда торғандан һуң Ғәлимә ҡыҙҙар янына инеп, һөйләшеп ултыра, имтиханға әҙерләнә. Әммә ҡасып-боҫоп эшләнгән, һирәк-мирәк осрашыуҙар мөхәббәт утында янған йәштәрҙе ҡәнәғәтләндермәй башланы. Имтихандарҙы тапшырып, аттестатты ҡулға алғас, Ғәлимә Закирға, яйын табып, әйтте:

- Закир, былай ситлектә йәшәп булмай бит инде. Бер беребеҙҙе яратабыҙ. Әллә берәй яҡҡа сығып китәйекме? Һин дә, бәлки, сит ерҙә, таныш-тоноштар юҡта, наркотиктарыңды тиҙерәк ташларһың. Аҙаҡ, бөтәһе лә һәйбәтләнгәс, ҡайтырбыҙ әле.

Закир Ғәлимәнән бындай тәҡдимде көтмәгәйне.

- Сит ерҙә матди яҡтан ҡыйын булыр бит әле. Ҡайҙа йәшәрбеҙ? Эш табырбыҙмы? – тип шиген белдерҙе.

- Табырбыҙ, - Ғәлимә ирҙәрсә ышаныслы әйтте. – Урам һепереүсе булып эшләргә лә ризамын. Тик беҙҙең азатлығыбыҙҙы, мөхәббәткә хоҡуғыбыҙҙы ғына сикләмәһендәр.

- Уныһы шулай, - тине Закир. – Минең Татарстанда туғандарым бар. Шулар янына сығып китмәгәндә… Улар мине былай үҙҙәренә саҡыралар ҙа ул.

- Киттек. Мин һинең менән ер ситенә лә китергә әҙермен.

Ғәлимәнең һуңғы һүҙҙәре уның кәйефен күтәрҙе. Үҙе эстән генә: «Юҡ, беҙҙең мөхәббәтебеҙ һүнмәйәсәк», - тип уйланы.