Страница 6 из 8
– Алло, – телефондың теге яҡ осонда тыныс тауыш ишетелде.
– Алло, был Дим! Мин Гөлдөң дә, теге малайҙың да ҡайҙа юғалғанын таптым! Улар күрше Сашаның баҙында. Әле генә ул шунан ҡанға батып килеп сыҡты, – Дим тулҡынланыуынан бөтә хәрефтәрҙе лә аныҡ әйтә алманы.
– Ашыҡма. Тимәк, һин ҡыҙың күрше баҙында тиһең?
– Эйе!
– Быны нисек дәлилләрһең?
– Көндөҙ мин унда әбейҙең йәшелсәһен алырға төштөм. Унда бер фанера алына ине, әле Саша шунан ҡанға батып килеп сыҡты!
– Шунан? Бәлки күршең яңылыш ҡырҡылғандыр?
– Юҡ, Гөл шунда. Малай ҙа шунда. Һеҙ был енәйәттең осона сығырға теләмәйһегеҙме ни?
– Туҡтале, Дим, малай табылды.
– Нисек инде табылды?
– Буйға, төҫкә оҡшаш малай кәүҙәһен кисә төҙөлөштә тапҡандар. Лифт шахтаһында ҡыҫылып торған булған.
– Ә кем ҡысҡырҙы һуң төнөн?
– Этем белһен, унда төнөн кем генә йөрөмәй. Башҡаса миңә шылтыратма, йәме? Мин ниндәйҙер истеричка өсөн документһыҙ-ниһеҙ кеше баҙына төшөп йөрөй алмайым.
– Ә? – Дим ниҙер әйтергә уйланы, тик башҡа бер ниндәй ҙә фекер килмәй ине.
– Ҡыҙыҡай һинән үҙе ҡасҡандыр әле. Бик сәйерһең, – Ахунйәнов трубканы ташланы.
Аңлашылды. Бында ғәҙеллек эҙләп башҡаларға мөрәжәғәт итеү мәғәнәһеҙ. Хөкөмсө ҡоралын үҙ ҡулыңа алырға кәрәк. Ҡул һелтәр өсөн инде һуң. Күп аҙымдар үтелгән. Ә бәлки, Дим бер ҡайҙа ла бармағандыр? Ул бит бөтөн көстән тырышып та ҡараманы? Бер урында тыпырсыныу был. Юҡ. Хәҙер алға һәм алға, үҙеңә енәйәт ҡылырға кәрәк булһа ла ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Полиция бында барыбер килмәй. Хәҙер бер кем яҡлау тәҡдим итеп ишек шаҡымаҫ, үҙеңә бар ишектәрҙе осора тибергә кәрәк.
Дим атылып тышҡа сыҡты. Тик артабан ни эшләргә белмәй ине. Сашаға инеп уға пистолет тоҫҡарғамы? Ә еңергә көс етерме? Әллә лом тотоп баҙ ҡапҡасын шаҡарып ҡарарғамы? Ни эшләргә?
Ҡапыл йорт алдынан Маһмай йүгереп үтте лә туҡтап ҡалды. Ауыҙына ниҙер ҡапҡан. Эт һуҙылып ятып табышын кимерергә тотондо. Был бит, ҡыҙыл кеды! Дим кире өйөнә инеп үҙе тапҡан һыңарын эҙләргә тотондо, әллә был берәҙәк шуны һөйрәп йөрөтәме? Юҡ, Дим тапҡаны өйҙә. Шул саҡ егет ишеген асыу менән боевиктарҙағы кеүек эткә тоҫҡап ата башланы. Тик пистолеттың зыяны күберәк пулянан түгел, тауышынан килә ине.
Маһмай ашыҡмай урынынан торҙо. Биш тапҡыр яңғыраған атыуҙың береһе лә эткә эләкмәгән, ахыры. Улайһа, мә һиңә тағы, мә! Атыуҙан сыҡҡан шартлау урынына буш затвор тауышы ишетелде. Маһмайҙан һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә булып ҡан аға.
Тауышҡа Саша йүгереп сыҡҡан. Елкәһендә алһыу бинт, күҙҙәрендә ярһыулыҡ.
– Нимә эшләйһең, маңҡа малай!? – ир бар кәүҙәһе менән Димгә ябырылып уны ергә ҡолатты. Танауға беренсе йоҙроҡ килеп эләкте, икенсеһе…
– Тор унан! Саша, нимә эшләйһең!? – Тамара ҡулға эләккән беренсе таяҡты тотоп күршеһенең арҡаһына һуҡты. Саша ашыҡмай торҙо. Йоҙроғонан ҡан тамсылары тама. Тын алышы йышайған.
– Нимә эттәр кеүек сыйнашып ятаһығыҙ? – Тамара ҡысҡыра башланы.
– Ул Маһмайға атты! – тип ҡысҡырҙы Александр.
– Шунан? Ул берәҙәкте күптән аҙаштырырға кәрәк. Йөрөй шунда кеше ҡурҡытып!
– Ул минең дуҫым. Теймәгеҙ уға! – Саша күҙендә йәш тамсыһы күренде.
Дим аңына килеп торорға маташты. Булдыра алманы. Аяҡтарын һуҙып ултырҙы.
– Тамара инәй, баҙҙың асҡысын бирегеҙ. Унда минең Гөлөм! – Димдең тауышы саҡ сыҡты, әммә быны ике күрше лә яҡшы ишетте. Саша Тамараға ҡараны. Йөҙөндә ғәжәпләнеү һиҙелә ине.
– Мин уны сөгөлдөр артынан төшөргәйнем. Бар, кит бынан! – тип Тамара күршеһен ҡыуып ебәрҙе. – Тор әйҙә, битеңде йыуайыҡ.
– Гөл! – тине Дим әбейҙең ҡулына тотоноп.
– Ниндәй гөл тағы? Юҡ унда бер нәмә лә. Башыңа ныҡ тейгән, ахыры, меҫкенкәй. Бар, өйөңә инеп ятып тор.
– Асҡысты бирегеҙ.
– Үәт малай! Асҡыс һорай тағы. Өйөңдә ашарыңа юҡмы!? Минең сөгөлдөрөмә күҙең төшкән! Ин бар! Башҡаса күҙгә күренеп йөрөмә!
– Саша унда кешеләрҙе урлап тота! – Дим бирешмәне. Башы әйләнһә лә ул хәҙер аяғында ныҡ тора.
– Кешеләрҙең юғалыуы албаҫтының эше! Телевизор ҙа ҡарамайһыңмы ни!? Күпме әйттем был ерҙә шайтан эйәләгән тип, юҡ, бер кем дә ышанмай! – Әбей өс тапҡыр төкөрөндө.
Дим ерҙә ятҡан пистолетын алып өйөнә инеп китте. Быны күҙәтеп торған Тамара ишек ябылыу менән таяғы менән уны тыш яҡтан терәтеп ҡуйҙы.
Дим битен йыуып диванына ятты. Ауыртыу бөтөп бара, тик барыбер хәл юҡ. Өй янында ниндәйҙер шыбырлашыуҙар ишетелә, әммә бер һүҙҙе лә аңлап булмай. Димгә уларҙы тыңларға үҙ уйҙары ҡамасаулай.
Ни булһа ла Тамаранан асҡысты алырға кәрәк. Үҙе бирмәгәс, урларға! Бына төн генә етһен. Төнөн ул күрше әбейҙең өйөнә төшәсәк.
***
Йоҡо аралаш һаташып ятҡандан һуң Дим уянды. Баш похмелдән кеүек ауырта. Ҡайһы саҡ көндөҙ йоҡлаһаң шулай була ул. Сәй эсеп, бер аҙ хәл йыйырға кәрәк. Тик ҡараңғы төшөүенә ҡарамаҫтан, өйөндә ут ҡабыҙмаҫҡа булды егет. Өйҙә юҡ, йә йоҡлай, тип уйлаһындар.
Ишек берҙе көслө итеп эткәндән һуң асылды. Ҡолаған таяҡ тауышы ишетелде. Дим был хәлдең асылына төшөнмәне. Ул нисек булһа ла үҙен шымыраҡ тоторға тырышты. Тышта әкрен генә ел иҫә. Был саф еҫ егеткә көс өҫтәне. Күктә болоттар артынан тоноҡ ай яҡтыһы күренә. Төҙөлөштәге кран туҡтаған. Прожекторҙар ҙа яҡтыртмай. Өфө йоҡлай.
Тамараның ишеге, әлбиттә, бикле булып сыҡты. Ул көндөҙ ҙә йоҙаҡланып ултыра. Төнөн асыу ҡайҙа? Дим әбей өйөн тирә-яҡлап урап сыҡты. Был йорт та күптән ремонт күрмәгән. Бүрәнәләр араһындағы мүк елгә осоп бөткән, ҡайһы бер урында ярыҡ аша өй эсен дә күрергә була. Бахыр әбей бында нисек өшөмәйҙер?
Димдең ҡарашы тәҙрәгә төбәлде. Боронғо ауыл тәҙрәһе был. Ике рама һәм уға ҡатып ҡуйылған сөйҙә нығытылған быяла. Тырышһаң, бөгөлгән сөйҙө урынынан шылдырып быяланы алырға була. Димдең шулай ауылда тәҙрә ысҡындырғандарын күргәне бар ине.
Ерҙә ятҡан таш осо менән красканы сыйып бөтөргәндән һуң ул булған көсө менән сөйгә баҫты. Әһә, беренсеһе булды. Тағы бер-нисәү һәм быяланы алып була.
Дим мөмкин тиклем шым быяланы алып нигеҙгә терәтеп ҡуйҙы. Әле сатлама һыуыҡтар етмәгән, шуға ла тәҙрә бер ҡат ғына. Бәлки, әбейҙә бөтөнләй икенсе ҡат тәҙрә юҡтыр.
Бер аҙ маташҡандан һуң Дим өй эсенә инә алды. Телефонындағы фонаригын ҡабыҙып уның утын бармағы менән ҡапланы һәм кескәй генә ярсыҡ ҡалдырып тирә-яғын ҡараштырҙы. Иң мөһиме – әбей ятҡан бүлмәгә юлыҡмаҫҡа.
Танауға ҡартлыҡ еҫе бәрелде. Аяҡ аҫтында кипкән үлән ҡыштырҙай. Фонарик нуры стена буйлап үрмәләп ундағы рама эсендәге фотоһүрәткә юлыҡты. Ә фотола Тамара һәм… Саша. Уның янында тағы бер фото. Быныһында өс кеше: йәшерәк Тамара, уның йәшендәге ир һәм үҫмер Александр. Нимә-нимә, ә был егеттең йөҙөн меңдәр араһынан да танырһың. Башҡа шикләнеүҙәр ҡалманы. Саша – Тамараның улы.
Ҡапыл эргәлә генә ниндәйҙер ыңғырашыу ишетелде. Дим ипләп кенә телефонын тауыш яғына борҙо. Фонарик яҡтыһы иҙәндә ятҡан ҡыҙ һынын ялманы. Ул яланаяҡ һәм еңел йәйге күлдәк кейгән. Уң ҡулында наручник, икенсе осо батареяға эләктерелгән. Дим был кешелә күңеленә яҡын Гөлөн таныны.
Егет эргәһенә сүкәйеп ипләп кенә башынан һыйпаны. Ҡыҙ тертелдәп уянды.
– Ҡурҡма, был мин – Дим, – тип шыбырланы егет һәм фонарик менән үҙенең битенә яҡтыртып күрһәтте.
– Дим, – көсһөҙ генә ысҡынды исем.
– Мин һине ҡотҡарырға килдем. Хәҙер асҡыс табам! – Димдең тауышы нығыраҡ яңғыраны.
Ҡапыл бүлмә яҡтырып китте. Түбәлә эленеп торған армыт яҡтыһына күҙҙәр ауыртты. Бер күҙ өйрәнгәс ишек уйымында торған Тамара һыны күренде. Былай ҙа матурлыҡҡа бай булмаған әбей төнөн тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Ҡыҫҡа сәстәре туҙған, ә һарғайып бөткән төнгө күлдәге бына-бына сереп ҡойолорға әҙер. Быялаһыҙ тәҙрәнән ел өрөп пәрҙә менән уйнай башланы. Бер күренеп, бер күренмәй яҡынлашҡан Тамара әкиәттәрҙәге Мәскәй әбейҙе хәтерләтә. Бына ул ысын албаҫты!
– Кем һине бында индерҙе? – Ҡарсыҡ тауышынан хатта ел тымды. – Ниңә тәҙрәмде ваттың? Малай, тыныс ҡына йәшәй алманыңмы!?
Дим урынынан һикереп торҙо.
– Хәҙер үк наручниктарҙың асҡысын бирегеҙ. Юғиһә полиция саҡыртам!
– Саҡырт. Мин әле Сашкаға шылтырата торайым. Ул бында тиҙерәк килеп етер, – Тамара боролоп икенсе бүлмәгә юлланды. Дим күп уйлап тормай уны артынан барып этте. Иҙәнгә һуҙылып ятҡан әбейҙең муйынынан бауға бәйләнгән бәләкәй асҡыс төштө.