Добавить в цитаты Настройки чтения

Страница 5 из 8

Дим сайҡалып ҡуйҙы. Марат менән осрашыуҙан һуң ул тура ҡайтмай, барға һуғылып сыҡты. Һыраның бер генә литры эскә төштө, ә көсө башҡа ныҡ биргән.

Төҙөлөштә кран эшләй. Юҡ, төнөн унда бер кем дә юҡ, әлбиттә. Застройщик шулай клиенттар иғтибарын йәлеп итә. Тәҙрәһеҙ ун биш ҡатлы бинаны тирә-яҡлап дүрт прожектор яҡтырта, ә төҙөүсе фирмаһы яҙылған кран, уттар менән яҡтыртылып, түңәрәк хәрәкәттәр яһай. Бындай шоу төнгө бергә тиклем генә дауам итә. Тимәк, ваҡыт әле бигүк һуң түгел. Әгәр Дим ошо ваҡытта инеп йоҡларға ятһа, иртән эшен йоҡлап ҡалмаҫ. Тик кран ғына тышта ҡалырға өндәп, үҙ янына саҡырып ҡул болғаған кеше кеүек борғоланып тора.

Дим шуға алданып алға ынтылды һәм шул саҡта тайып аҫҡа тәгәрәне. Ямғыр еүешләгән тауҙан шыуып төшөү ҡарлынан бер ҙә кәм түгел. Кейем генә бысрай шул, тән дә ауырта. Дим күлгә килеп етер саҡта туҡтап ҡалды. Күктә бер йондоҙ ҙа күренмәй, болоттар ҙа юҡ кеүек, бары ҡараңғылыҡ. Егет торорға тип эсенә боролоп ятты. Шул саҡта ҡулы менән ул нимәгәлер тотондо. Баҡа ғына булып ҡуймаһын! Юҡ, был ниндәйҙер баулы сепрәк. Дим тубыҡланып табышын ҡарарға кереште.

Ҡараңғыла бигүк күренмәй, әммә әйберҙең ни икәнлеген асыҡларға телефон яҡтыһы ярҙам итте. Кеды бит был. Ҡыҙыл төҫтә. Дим Ахунйәновҡа шылтыратып хәҙер үк бында килеүен талап итте.

Тәк, бер кеды булғас, икенсеһе лә ҡайҙалыр ошонда булырға тейеш. Юҡ, был сәғәттә артыҡ соҡоноп йөрөү һөҙөмтәһеҙ булыр. Нисек тә булһа шыуғалаҡ буйлап өҫкә үрмәләргә һәм өй янында полицияны көтөп алырға кәрәк.

Бер-нисә секунд эсендә шыуып төшкән тауға кире үрмәләүе байтаҡ ваҡытты алды. Әгәр бейегерәк үлән һәм селек булмаһа, бөтөнләй менеп булмаҫ ине. Өҫкә еткәнсе ҡапҡаға туҡылдатыу тауышы ишетелде.

Дим Ахунйәновты урам эсенә лә индермәй белгәндәрен һөйләй башланы. Төнгө ун берҙә малай ҡысҡырыуын ишетеүе тураһында ла, ун бер икәнен ут һүндереү һөҙөмтәһендә белгәне тураһында ла, Гөлдө юғалтып яңы ғына уның һыңар аяҡ кейемен табыуы тураһында ла… Бер ни ҙә йәшермәне.

– Тимәк, һин ул ҡыҙ менән ут һүндереү аша аралашаһың, ҡайһы саҡта бергә трамвайҙа бараһығыҙ. Әммә һин уның фамилияһын да, туғандарын да, әхирәттәрен дә белмәйһең? – Ахунйәнов асыҡлыҡ индерергә тырышты.

– Эйе, әммә быларҙың барыһы ла мөһим түгел. Ул бит юғалды, уны шул уҡ енәйәтсе алған. Албаҫтымы, кемме, белмәйем. Хәҙер үк кинологтарҙы саҡырығыҙ, уларҙың эттәре кешеләрҙе таба ала, мин беләм!

– Туҡта, башта туғандар кеше юғалыуы тураһында ғариза яҙырға тейеш. Шунан ғына ниҙер эшләргә мөмкин. Әлегә бер кем дә мөрәжәғәт итмәне,– Ахунйәнов Димде ут бағанаһына яҡыныраҡ етәкләп алып өҫ-башын ҡарай башланы.

– Улар белмәйҙәрҙер, мин беләм. Гөл юғалған. Участкаға алып бар, фотороботын төҙөрбөҙ.

– Әллә эскәнһең, өр әле, – участка полицияһы егеттең йөҙөн үҙенә бороп күҙенә ҡараны. – Беләһеңме нимә? Хәҙер үк өйөңә инеп йыуынып ал һәм йоҡларға ят! Тағы берҙе иҫереп мине саҡыртһаң – бикләп ҡуям!

– Ә Гөл?

– Ниндәй Гөл тағы!? Хәҙер үк күҙемдән юғалмаһаң үҙең ошо күл буйында юғалырһың! – Ахунйәнов ҡыҙа башланы.

Дим полицияны ышандырырға тип әллә күпме дәлил килтерергә теләне, әммә башына бер һүҙ ҙә килмәгәс, эстән генә һүгенде лә, ярһыуын йәшереп ҡапҡа артында юғалды.

Ахунйәнов бер аҙ ҡойма буйында ятҡан ҙур аҡ эткә ҡарап торғандан һуң трамвай юлдары буйлап атлап китте. Бында машина менән килеп туҡтауы ҡыйын шул. Уны алыҫтараҡ ҡалдырырға тура килде.

***

Дим ҡулына йыуылған кеды һыңарын тотоп солан тәҙрәһе аша тышҡа ҡарап тора. Бында һалҡын булһа ла, түҙерлек. Сөнки ошонда ғына күлгә ҡараған тәҙрә бар. Уның ярында әлеге лә баяғы эт еҫкәнеп йөрөй. Әгәр Гөлдөң аяҡ кейеме нисек унда эләккәнен берәйһе белһә, ул ошо эт кенә. Йәһәтерәк хужаһын асыҡларға кәрәк.

Дим кеда һыңарын ҡалдырып Тамара әбей йортона йүнәлде. Борондан бында йәшәгән ҡатын, моғайын, эт хужаһын беләлер. Әбей ниҙер ишетһен өсөн оҙаҡ һәм көслө генә ишеккә туҡылдатырға тура килде. Ниһайәт, тәҙрә аша кемдеңдер һыны күренде. Дим шул тәҙрә алдына тороп баҫҡас, ул ишек яғына атланы.

– Бәй, Дим, һинме ни? Мин әле кем килгән, тип баш ватам. Әллә берәй жулик йөрөймө икән, тим.

– Тамара инәй, бында уралып йөрөгән ҙур аҡ эттең хужаһы кем ул? – Дим һаулыҡ та һорашып тормайса килеү сәбәбен асыҡларға булды.

– Тороп тор, хәҙер сығам,– Тамара бер аҙ шым торғас өйөнә боролоп инде. Әйләнеп сыҡҡанында ул башына яулыҡ ябынып, өҫтөнә плащ кейгән ине. – Әйҙәле, улым, Сашкаға барып киләйек. Мин уның баҙында сөгөлдөр-кишеремде һаҡлайым. Врач миңә йәшелсә ашарға ҡушты, – тип әбей күршеһен етәкләп алды.

Дим күлгә тағы бер ҡараш ташлап һорауын ҡабатланы.





– Анау йөрөгән аҡ эт кемдеке ул?

Әбей туҡтап ҡалды. Бер аҙ күлгә тексәйеп торғас яуап ҡайтарҙы. – Былмы ни? Ул бит Маһмай. Маһмай уның ҡушаматы. Мин ниндәй эт тигән булам. Хужаһыҙ ул. Уны көткән ғаилә бер-ике йыл элек күсеп китте. Шунан бирле ул тегендә-бында һуғылып йөрөй.

Маһмай һиңә, ул бит сусҡа кеүек, кем дә булһа этте ашатып тора, тип уйланы Дим. Былар Сашаның өй ҡырына етте. Егет тупһаға менә башланы.

– Ҡайҙа киттең? Бына бит баҙ! – Әбей баҙ ауыҙына эйелеп асҡыс менән йоҙаҡты аса башланы.

Бындағы люк ҡоҙоҡ, йә бункер ҡапҡасына оҡшаш, баҙ тип уйламаҫһың да.

– Шунда баҫҡыс булырға тейеш, мә! – тип әбей пакет һуҙҙы. – Эрерәк сөгөлдөрҙәр йыйып бирһәң, дүртәү етер ул. Ах, онотҡанмын, фонаригың бармы?

– Телефонымда бар, күрәм ул, – Дим яуабын баҙ төбөнән ҡысҡырҙы. Әммә Тамара быны ишетмәне, ахыры. Үҙ алдына һөйләнә башланы:

– Ошонда ҡайҙалыр свите тоҡанырға тейеш. Баҙында ут бар ул. Ҡайҙа икән?

– Кәрәкмәй! Сөгөлдөр алдым! – тип ҡысҡырҙы Дим.

Баҙ үҙе буйы-арҡырыһына метрҙан саҡ ҡына киңерәк. Әммә бер ниндәй ҙә лампочка бында күренмәй. Ер аҫтында дымлы һәм һыуыҡ. Егет баҫҡысҡа менгәндә пакеты стенаға һуғылды. Ундағы фанера шылып китте, ахыры. Ниндәйҙер ҡыштырлаған тауыш ишетелә башланы. Дим бынан берәй ҡомаҡ килеп сыҡмаһын, тип тиҙерәк тышҡа ашыҡты. Үҙе артынан люкты ябып торғанда ғына уның ҡолағына шыбырлау тауышы ишетелде. Ул тауыш өс кенә хәреф еткерҙе: “Дим”.

– Сыҡтың дамы ни!? Ҡайҙа? Эрерәктәре юҡ инеме? – Тамара бауылдарға кереште.

– Теләһәгеҙ, төшөп башҡаларын алам, – тип яуапланы Дим.

– Юҡ, ярай, әлегә бара ул. Аҙаҡ, Сашка ҡайтҡас, тағы берәй рейс сығартырмын, – тигән һүҙҙәр менән әбей баҙҙы йоҙаҡларға кереште.

***

¬¬¬      —Аша, аша, – Саша Маһмайға сей ит киҫәген һуҙҙы. Ул яңы ғына шабашканан ҡайтты. Бер аҙ һаҡау булғанлыҡтан ир заманында һөнәри белем алырға оялды. Оялды, тип, булдыра алманы. Техникум программаһы ла уға ауыр бирелде. Шуға киләсәккә бер ниндәй ҙә пландар ҡороп тормай, ниндәй эш килеп сыға, шуға тотондо. Тик башҡа шабашкасыларҙан айырмалы рәүештә ул аҡсаны эскегә түгел, ә Маһмайға бөтөрҙө.

Саша икенсе ит киҫәген кеҫәһенә һалып баҙын аса башланы. Сыйылдап асылған люкты артҡа ырғытып ҡулын аҫҡа һуҙып эстә ут тоҡандырҙы. Бына ул Дим ҡыйшайтҡан фанера киҫәген ситкә ташлап эскә үтте. Бында урын иркенерәк. Дөрөҫөрәге, был гастарбайтерҙар йәшәй торған вагончик. Тик ул ер аҫтына күмелгән һәм бөтә яҡлап йомшаҡ матрастар менән йылытылған.

Иҙәндә хәлһеҙ һәм яланаяҡ Гөл ята. Өҫтөндә лә үҙенең кейеме түгел, еңелсә генә йәйге күлдәк. Александр кеҫәһенән ит киҫәген сығарып ҡыҙ янына сүкәйеп ултырҙы.

– Мин һиңә ашарға килтерҙем. Мә, – тип Гөлдөң кипкән ирендәренә сей ит киҫәген төрттө.

Ҡапылдан ҡыҙ һуңғы көстәрен туплап аяғүрә торҙо һәм таштай ҙур әҙәмдең елкәһенә тутыҡҡан сөй менән сәнсте. Яранан сағыу ҡыҙыл ҡан аға башланы.

– Дим, Дим! – тип һөрәнләне ҡыҙ. Саша тиҙ аңына килеп ҡыҙҙың сикәһенә усы менән һуғып ебәрҙе. Быны көтмәгән ҡыҙ “аһ”, тип тә әйтеп өлгөрмәй аңһыҙ иҙәнгә ҡоланы.

Ир ашыға-ашыға тышҡа үрмәләне. Инде кейеме ҡыҙыл ҡанға буялып бөттө. Сашаның бындай ҡиәфәттә килеп сығыуына Маһмай өрә башланы. Ир ыңғырашыуын тыйып баҙ ҡапҡасын йоҙаҡларға кереште.

Эт өрөүенә Дим сыҡты. Ҡанға батҡан күршеһенең баҙ бикләгәнен күреп, тиҙ генә кире өйөнә йәшенде. Гөл шунда! Башҡа бер ҡайҙа ла булыуы мөмкин түгел. Ахунйәновҡа шылтыратырға кәрәк!