Добавить в цитаты Настройки чтения

Страница 9 из 25



- Шүлгәнгә походҡа барабыҙ. Ағиҙел буйлап һалда.

Был хәбәрҙе уҡыусылар «Ура!» ҡысҡырып ҡаршы алды. Уҡытыусы ҡыуанды. Ул: «Былтырғы өсөн үсегеп, риза булмаҫтар», - тип уйлағайны.

- Их, юҡҡа былтырғы һалдарҙы туҙҙырып ташлағанбыҙ, - тине кемдер көрһөнөп.

- Ҡайғырмағыҙ, - уҡытыусы ҡыйыуланып киткәндәй булды. – Мин һалдарҙы эшләп, Ағиҙел буйына алып барып ҡуйҙым инде. Улар беҙҙе көтөп ята.

***

Баязиттың кәмәлә лә, теплоходта ла йөрөгәне бар. Әммә Ағиҙел буйлап һалда йөҙгәндә тыуған тойғоларҙы бер ҡасан да кисергәне булманы. Ул һыуға текләгән дә үткән йыл походҡа әҙерләнеп йөрөгән мәлдәрен хәтерләп бара. Йыл буйы иптәштәренән уңайһыҙланып йөрөгәйне ул. «Ойоштороу комитеты рәйесе булып, походҡа алып бара алманың» тип әйтер һымаҡ ине иптәштәре. Бына хәҙер ул ауыр көндәр артта ҡалды. Хыялдарын тормошҡа ашырып киләләр. Шуға бөгөн ул үҙен бәхетле кеше итеп тоя. Тәбиғәт тә, тормош та матур булып күренә уға. Иптәштәренә ҡарап ҡыуана.

Шүлгәнгә барып еткәс, ул тағы ла хисләнеп китте. «Мәңгелектең башланған ере ошо инде», - тип уйланы ул. Төнгө усаҡтар, шаярыуҙар, уйындар, Ағиҙелдә баҡа шикелле шау-гөр килеп һыу инеүҙәр Баязиттың күңеленә һут булып һеңә барҙы. Шуныһы ҡыҙыҡ тойолдо уға: бөтәһе лә уның иншаһында яҙылғанса килеп сыҡты. Бер хәлде генә иҫәпкә алмағанда.

Төшкө тамаҡты ашап, ял иткәндә, Сәлих Уразбай улы, бында бәйләнеш юҡ, миңә ауылға шылтыратырға кәрәк тип, тау башына менеп киткәйне. Юҡ булды ла ҡуйҙы. Уның юҡлығын иң тәүҙә Баязит шәйләп алды.

- Иптәштәр, - тине ул, тыныс булырға тырышып,- Сәлих Уразбай улы нишләптер оҙаҡлай.

- Әллә теге ваҡыттағы кеүек тағы юғалдымы? – тип шаярырға тырышты кемдер.

- Ҡуйығыҙ әле, - тип туҡтатты уны Баязит. - Аҙашырға, йә берәй бәләгә юлығырға мөмкин бит ул. Бында урман ҡалын. Ағастар араһынан тирә-яҡ күренмәй.

Быларҙы ишеткәс, балалар шомланып бер береһенә ҡарашып алды.

- Йә, нишләйбеҙ инде? - Ҡыҙҙар малайҙарға ҡараны.

- Мөнир, Ғариф, Хәмит, әйҙәгеҙ, - тип бойорҙо Баязит етди тауыш менән. – Эҙләп китәбеҙ.

- Ә үҙегеҙ аҙашһағыҙ? – Дилә ҡурҡып китте.

- Аҙашмабыҙ. Хәмит, балта ал. Ағастарға тамға һалып барырбыҙ. Кире юлды табыр өсөн. – Баязит командирҙарса бойорҙо. - Ә һеҙ бер ҡайҙа ла китмәгеҙ. Ошонда ғына тороғоҙ.

Малайҙар тауға менеп киттеләр. Әҙерәк күтәрелгәс: «Сәлих Уразбай улы! Сәлих Уразбай улы!», - тип ҡысҡыра башланылар. Яуап булманы. Телефон да хәбәр килтермәне. Бына тауҙың түбәһенә лә менеп еттеләр. Тағы ла ҡысҡырҙылар. Һөҙөмтәһеҙ.

- Бынау ағас башына менеп ҡысҡырһам, ишетмәҫме икән, - тине Хәмит.

- Әйҙә һуң, - Баязит эргәләге оҙон, йыуан ҡарағай ағасты батып барыусы йәбешә торған һаламға оҡшатты.

- Сәлих Уразбай улы! Һеҙ ҡайҙа? – Хәмит бөтә көсөнә бер нисә тапҡыр ҡысҡырҙы ла. – Туҡтағыҙ әле, тауышланмағыҙ, ниндәйҙер тауыш ишетелгән һымаҡ, - тине.

- Ҡысҡыр, ҡысҡыр, тауышыңа ҡарап килер, - малайҙар Хәмитте ҡабаландырҙы.

Бер аҙҙан Сәлих Уразбай улы үҙе лә күренде. Малайҙарға ул йонсоп, олоғайып киткәндәй тойолдо.

- Ҡайһы яҡҡа барырға беҙгә? – Малайҙарға иң тәүге әйткән һүҙе шул булды.

Яуап алғас:

- Ә мин икенсе яҡҡа төшкәнем дә киткәнмен, - тигән булды.

Сәлих Уразбай улы малайҙар менән тауҙан килеп төшкәс, аҫтағылар ҡыуаныстарынан ҡул сабып ебәрҙе. Сәлих Уразбай улы: «Ҡуйығыҙ әле, спектакль ҡуймайбыҙ ҙа баһа», - тип шаяртыуға борорға уйлағайны ла өндәшмәне. Бер аҡыл эйәһенең: «Тормош – үҙе спектакль ул», - тигән һүҙе иҫенә төштө.

***

Ҡайтырға юлланғас, уҡыусылар тәьҫораттарын Сәлих Уразбай улынан йәшермәне. Һәр береһе уға шундай күңелле, файҙалы ял ойошторғаны өсөн рәхмәт әйтте. Былтырғы иншалары өсөн Баязит бөтәһе исеменән унан ғәфү үтенергә уйлағайны ла тыйылды. Ошондай күңелле саҡта үҙенең дә, иптәштәренең дә, Сәлих Уразбай улының да кәйефен төшөрөргә теләмәне.

- Үҙегеҙгә рәхмәт, - тине Сәлих Уразбай улы балаларға.



- Нимәгә рәхмәт әйтә ул беҙгә, - тип уйланы Баязит. – Юғалған еренән табып алып ҡайтҡанғамы икән?

22. 01. 2012 й., Сибай.

«Мин дә һине яратам!»

Әминә дискотекаға йөрөргә яратмай торғайны. Әммә туғыҙынсы синыфта уҡығанда үҙгәрҙе. Ниндәйҙер эске көс уны бейергә әйҙәй башланы. Бына әле, йома көн, биҙәнеп-төҙәнде лә мәҙәниәт йортона йүнәлде. Ул килеп кергәндә, дискотека үтә торған зал халыҡ менән шығырым тулы ине. Ҡаланан ҡайтыусылар ҙа байтаҡ. Мәктәп уҡыусылары ла мыжғып йөрөй. «Ярай әле кеше күп, - тип уйланы ул. – Бик күренеп бармайһың. Оялыуың-тартыныуын һиҙелмәй».

Әминә ишек эргәһендәге эскәмйәгә ултырҙы ла бейеүселәрҙе күҙәтә башланы. Әммә үҙ донъяһына сумып оҙаҡ ултырырға тура килмәне уға. Көтмәгәндә бер егет алдына килеп баҫты ла бейергә саҡырҙы. Үҙенән бер баҫҡысҡа өлкән синыфта уҡыған Айрат икән. Ҡыҙ юғалып ҡалды. Тирә-яғына ҡаранды. Тулҡынланыуын йәшерергә тырышып:

- Юҡ, юҡ. Мин ҡарап ҡына ултырырға килдем, - тине. Үҙе урынынан ҡалҡынды ла, нәмәлер иҫенә төшөргәндәй, ҡабат ултырҙы. Ә Айрат китергә уйламаны ла. Ҡыҙ алдында йылмайып баҫып тора бирҙе. Әминә, әллә Айратҡа, әллә йөрәгенә буйһоноп, урынынан торҙо.

Тәүҙә ышанысһыҙыраҡ бейеһә лә тора-бара ҡыйыуланып китте. Дәртлерәк, күңеллерәк баҫа башланы. Хатта бейеү туҡтамаһын, Айрат китеп бармаһын тигән уй ҙа башынан йүгереп үтте. Уңайһыҙланды. Әммә һиҙҙермәне.

Музыка тынғас, Айрат уны урынына тиклем оҙата килде лә эргәһенә ултырҙы.

***

Үҙенең ҡапыл ғына үҙгәреп китеүенә Әминә аптыраны. Айрат менән дискотекала бейегәндән һуң өлкәнәйеп, олпатланып киткәндәй тойҙо. Бейегеһе килеп тик торасы. Бейеү түңәрәгенә лә яҙылды. Телевизорҙан бер бейеүҙе ҡалдырмай ҡарай. Бейеүгә хөрмәте артыуын ул Айраттан күрә. Әгәр ҙә теге ваҡыт саҡырмаһа, бейемәй ҙә ҡайтып киткән булыр ине әле дискотеканан.

Әминә дискотекаларҙы көтөп ала башланы. Айрат та уны күреп ҡалыу менән эргәһенә килеп етә. Икәүләп бейейҙәр. Әминә уға эҫенеп тә бара. Саҡ ҡына күрмәй торһа, юҡһына. Мәктәптә лә уны осратырға тырыша. Айрат үҙе лә уның янына ынтылып торған кеүек. Йәштәр үҙҙәренең дуҫлашып китеүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡалды.

Айраттың дуҫтары ла Әминәнең дуҫтарына әйләнде хәҙер. Мәжит, Рәфҡәт, Хызыр, Вәлит, Ринат – Айраттың синыфташтары. Был алты таған, Әминә килеп ҡушылғас, етәү булды. Улар гел генә бергә йөрөйҙәр. Киләсәктә лә дуҫ булып йәшәргә һүҙ ҡуйыштылар. Әминәгә улар менән тыныс та, рәхәт тә. Берҙән бер ҡыҙ булғанғамы, барыһы ла уны хөрмәтләп тора.

Уларҙың дуҫлығына өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә һоҡлана. Башҡаларға өлгө итеп ҡуялар. Әминәнең әсәһе лә шатланып бөтә алмай. Дискотекаға йәки башҡа шундай сараға ҡыҙын дуҫтары килеп саҡырһа, шикләнеүһеҙ ебәрә.

Дуҫтарға көнләшеп ҡараусылар ҙа бар. Бигерәк тә ҡыҙҙар араһында. Тик был көнләшеүҙән бигерәк һоҡланыуға оҡшаш. «Их, Әминәнеке кеүек дуҫтарың булһа икән»,- тип көрһөнөп ҡуя улар.

Әминә менән Айрат араһындағы дуҫлыҡ тора-бара мөхәббәткә әйләнеп китте.

- Бөтәһе өсөн дә бейеүгә рәхмәтлемен, - тине бер көн Әминә дискотеканан ҡайтып килгәндә.

- Ниңә улай тиһең? – тип һораны Айрат, һүҙҙең айышына төшөнмәй.

- Әгәр теге көндө дискотекала бейемәһәк, әле ят кешеләр кеүек йөрөр ҙә ятыр инек.

Айрат, шаяртырға теләп:

- Юҡ, Әминә, беҙҙең дуҫлашыуыбыҙға аяҡтарыбыҙ сәбәбсе. Аяҡтарыбыҙ булмаһа, бейей алмаҫ инек.

- Атай-әсәйҙәребеҙгә рәхмәт. Улар беҙгә ғүмер бирмәһәләр, аяҡтарыбыҙ булмаҫ ине, - Әминә шаярыуға шаярыу менән яуап бирҙе.

Айрат бирешергә теләмәне.

- Килешәм, - тине ул, - әммә мөхәббәт булмаһа, беҙҙең атай-әсәйҙәр ҙә, ғаиләләр ҙә, тимәк, беҙ ҙә булмаҫ инек. Шулай булғас, нимә сәбәбсе була инде беҙҙең дуҫлашыуыбыҙға?

Әминә аңланы, тик өндәшмәне, оялып ситкә ҡараны.

- Мөхәббәт, - тип йомғаҡлап ҡуйҙы һүҙен Айрат.

Был һүҙҙән һуң улар икеһе лә етдиләнеп китте.

***

Һуңғы йылдарҙа Әминәгә ваҡыт элеккегә ҡарағанда тиҙерәк үтә һымаҡ. Бына ул ун беренсе синыфта ла уҡып йөрөй. Дуҫ егеттәре, мәктәпте тамамлап, ҡайһылары юғары уҡыу йорттарына инеп, ҡайһылары әрмегә алынып, таралышып бөттө. Улар менән телефон аша һөйләшеп, йома, шәмбе көндәрендә дискотекала осрашып торалар ҙа, Әминәгә, барыбер ниҙер етмәй. Юҡһына. «Рәхәт ваҡыттар булған икән», - тип уйлай ул, элек көндә күрешеп йөрөгән саҡтарҙы хәтерләп.